Юшатыр
-15 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
конкурстар
24 Декабря 2019, 11:50

Беҙҙекеләр бирешмәй

WorldSkills хәрәкәте эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәрер, йәш белгестәргә карьера үҫешен киңәйтеү һәм шулай уҡ профессиональ белемгә эш биреүселәрҙе йәлеп итеү өсөн булдырылған.

WorldSkills хәрәкәте эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәрер, йәш белгестәргә карьера үҫешен киңәйтеү һәм шулай уҡ профессиональ белемгә эш биреүселәрҙе йәлеп итеү өсөн булдырылған.
Күмертау педагогия колледжы WorldSkills хәрәкәтенә 2016 йылда ҡушылды. Йыл да беҙҙең студенттар был конкурста ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Бишенсе Чемпионат та миҙалдар һәм приздарға бай булды. Анастасия Глухова, Ралина Булатова, Людмила Лебедянцева, Розалия Ремеева, Илдар Игбаев, Виктория Парфенова - беҙҙең колледждың ғорурлығы.
11-16 декабрҙә республикала «Йәш профессионалдар» тип аталған V Асыҡ төбәк-ара чемпионат уҙҙы. Октябрь айында һайлап алыу турын үткән республиканың профессиональ белем биреү учрждениелары студенттары ҡатнашты унда. Беҙҙең колледж данын «Мәктәпкәсә белем биреү» бүлегенең 4-се курс студенты Оксана Талинова һәм «Физик культура» бүлегенең 4-се курс студенты Анастасия Макеева яҡланы.
Чемпионаттың конкурс эштәре, хатта, был өлкә профессионалдары өсөн дә ҡатмарлы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең студенттар бер ҙә генә бирешмәне. Улар үҙҙәрен ысын профессионал кимәлендә күрһәтергә өлгәште һәм конкурстың барлыҡ этаптарын уңышлы үтеп, почетлы 2-се урынға сыҡтылар, көмөш миҙал яуланылар. Уларҙың еңеүе – барлыҡ педагогик коллективтың уңышлы, берҙәм хеҙмәт емеше. Чемпионатҡа әҙерләнеүҙә ҡатнашҡан Наталья Васильевна Панферованы, Елена Владимировна Никитинаны, Рива Вил ҡыҙы Ҡаҙаҡбаеваны, Елена Михайловна Борисованы, Гүзәл Ғәйнетдин ҡыҙы Рәхимҡолованы, Оксана Юрьевна Королде һәм башҡаларҙы билдәләп үтке килә.
Райхан ХӘЛИЛОВА
Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы
Читайте нас в