9 йәшлек Исмәғилев Алик, былай ҙа гел шат малайға “Юшатыр”ҙың бүләген алып ҡайтып тапшырғас, ул айырыуса ҡыуанған. Юл тайғаҡ, йөрөүе ҡурҡыныс тип тормағандар, Таймаҫта Алик бүләк көтә тигәндәр ҙә, бер нимәгә ҡарамай, алып ҡайтҡандар - бала күңеле бар нәмәнән ҡәҙерле. Һәр саҡ шулай көләс булып, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен татып, атай-әсәйеңде гел ҡыуандырып ҡына уҡы, һәйбәт егет булып үҫ, Алик.