Юшатыр
-13 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
конкурстар
8 Января 2020, 17:00

Яңы йыл кисәһендә

Аҡһарылар ҙа Яңы йылды шартына килтереп үткәргән.

Аҡһарылар ҙа Яңы йылды шартына килтереп үткәргән. Танатанала бер-береһенә бүләктәр бирешкән. Шул бүләктәр янына, иш янына ҡуш булып, беҙҙең бүләк тә ҡыҫылып киткән. Видеоконкурста ҡатнашҡан Ғәлиә Мифтаховаға бүләген бирә алмай аптырай инек, килеп алып киттеләр бер заман. Бына шул бүләкте һәм грамотаны Ғәлиәгә Яңы йыл кисәһендә ҡулына тотторғандар. Шулай итеп, Аҡһарыла байрам бик шәп үткән, ауылдаштары «Юшатыр»ҙың дипломантын да шунда ҙурлап бүләкләүҙәре беҙҙең өсөн дә оло мәртәбә.
Читайте нас в