Все новости
конкурстар
21 Января 2020, 11:55

Ярышыу түгел, ә байрам ине

Үткән аҙнала “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” Республика фестивале булды. Сара яңы йыл каникулдарында спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйғайны һәм ул «Сәләмәт төбәк - көслө быуын» проекты сиктәрендә үтте.

Үткән аҙнала “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” Республика фестивале булды. Сара яңы йыл каникулдарында спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйғайны һәм ул «Сәләмәт төбәк - көслө быуын» проекты сиктәрендә үтте. Унда төрлө райондарҙан һәм ҡалаларҙан фестивалдең муниципаль этабында еңгән 70-тән артыҡ ғаилә көс һынашты. Көйөргәҙе районы намыҫын Яңы Таймаҫ ауылынан Рузилә, Раил һәм улдары Динислам Араптановтар яҡланы, ә Күмертау ҡалаһы исеменән Лилиә, Рөстәм һәм улдары Рамаҙан Баяновтар сығыш яһаны. Беҙ уларҙың хис-тойғолары менән бүлештек.
Рөстәм БАЯНОВ:
- Үҙем баш ҡалабыҙҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратында региондар бүлеге менән етәкселек итәм. Тормош иптәшем Лилиә районда уҡытыусы булып эшләй. Шулай ҙа Күмертауҙа йәшәйбеҙ. Улыбыҙ Рамаҙан 6-сы һанлы мәктәптең кадет класында белем ала. Ҡышҡы каникулдар ваҡытында ғаиләм менән бергә булғанда, был бәйгелә ҡатнашырға йөръәт иттек. Тәүҙә Күмертауҙа сығыш яһап, финалға үттек, аҙаҡ республикала Күмертау ҡалаһы исеменән сығыш яһарға тура килде. Ғөмүмән, каникулдар ваҡытын ғаиләбеҙ менән ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышабыҙ, төрлө ерҙәргә сәйәхәт ҡылабыҙ. Шулай уҡ был юлы улыбыҙҙы каникул ваҡытында Күмертауҙағы боҙ аренаһына алып барып, конькила үҙ аллы йөрөтөргә өйрәттек. Бассейнда ла булдыҡ, унда ла беренсе тапҡыр үҙ аллы йөҙҙө. Үҙе ҡыуана. Атайлы бала - арҡалы, тип халыҡ бушҡа әйтмәгән. Бала менән йыш осрашырға тырышам. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Ташлы тау комплексына ла алып барҙым ғаиләмде. Бер һүҙ менән әйткәндә, ял осорҙары йөкмәткеле булды, төрлө спорт йүнәлешен үҙ эсенә алды. Бигерәк тә әлеге республика кимәлендә үткән ошо ярыш шул тиклем оҡшаны, беҙ унан иң мөһиме дәрт һәм көс алдыҡ. Шулай уҡ иҫтәлеккә төрлө бүләктәр һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡултамғаһы ҡуйылған диплом алыу ҙа күңелгә май булып яғылды. Ғаилә башлығы булараҡ, был сарала ҡатнашыуҙа ярҙам иткән, һәр саҡ беҙҙе ҡеүәтләп торған 6-сы мәктәп директоры Гөлбаныу Исхаҡоваға, улыбыҙҙың физкультура уҡытыусыһы Аэлита Владимировнаға, Өфөгә барыуҙы ойошторған ҡала хакимиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм.
Башҡа ғаиләләрҙе лә ошондай фестивалдәрҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырам. Бындай саралар ғаиләләрҙе берләштерә, сәләмәт тормошҡа алып бара.
Раил АРАПТАНОВ:
- Ғаиләбеҙ менән бындай ярыштарҙа ҡатнашып өйрәнгәнбеҙ инде. Район күләмендә үткән “Атай, әсәй һәм мин” бәйгеһендә 20 йыл рәттән ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Һабантуйҙа йыл да үткәрелгән “Ғаилә ярыштарында” ла биш тапҡыр 1-се урын яуланыҡ. Республика ярышында ҡатнашыу ҙа ауыр булманы. Киреһенсә, дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттыҡ. Унда һәр бер ғаилә өсөн ярышыу түгел, ә ысын байрам ойоштора алғандар. Уйындар, тәүге тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, кешеләр дәррәү ҡушылған. «Динамо» стадионы көйәрмәндәрҙең яҡындарын ҡеүәтләгән дәртле, шат тауыштарҙан гөрләп торҙо. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең өсөн янып ултырған туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ элек районыбыҙҙа эшләп хәҙер Өфөлә уҡытҡан Илшат Аҙнабаев менән Илшат Бикмөхәмәтовтарға, байрамға килеп, беҙҙе ҡеүәтләгәндәре өсөн ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Районыбыҙҙың хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, Таймаҫ ауыл советы хакимиәтенә, Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияһы етәкселегенә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәктәге вәкиле Зифа Исмәғиловаға, Ермолаеволағы балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе директоры Дмитрий Баляновҡа рәхмәтлебеҙ. Шундай ихлас дуҫтарыбыҙ булғанда беҙ бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫбыҙ. Сара ныҡ оҡшаны, баш ҡаланың төрлө күенекле урындарына, музейҙарға сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеге лә булды. Киләсәктә йәш ғаиләләребеҙ әүҙемерәк булып ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашһындар.

Читайте нас: