Все новости
конкурстар
1 Февраля 2020, 09:00

Беҙҙекеләр ҙә бар

Үткән аҙнала Өфөлә шиғыр һөйләүселәрҙең «Башҡорт халыҡ эпосы «Урал-батыр» — кешелектең ҡаҙанышы» тигән Халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында 5-11 класс уҡыусылары, Башҡортостан, Рәсәй һәм шулай уҡ сит ил студенттары ҡатнашты.

Үткән аҙнала Өфөлә шиғыр һөйләүселәрҙең «Башҡорт халыҡ эпосы «Урал-батыр» — кешелектең ҡаҙанышы» тигән Халыҡ-ара конкурсы уҙҙы.
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында 5-11 класс уҡыусылары, Башҡортостан, Рәсәй һәм шулай уҡ сит ил студенттары ҡатнашты. Был көндө башҡорт халҡының легендар эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны.
Йолаға ярашлы, бер секцияла мигранттар ғаиләһәендә тәрбиәләнеүсе балалар йыйылып, республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте менән яҡындан танышты һәм үҙҙәренең йолалары хаҡында һөйләне. Мәртәбәле конкурста барлығы 480-гә яҡын кеше ҡатнашты һәм уларҙың 27-һе дипломдар, ҡалғандары сертификаттар, ә етәкселәр Мәғариф, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Юнеско комитетының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбенең 7б класы уҡыусыһы Амилия Шабаева (етәксеһе — З.Ю. Вәлишина), 7а класы уҡыусыһы Гөлзәмиә Абдуллина (етәксеһе — З.П. Туйсина) ла бар. Улар «Поэтик һүҙ менән фекерен әйтә белеү көсө өсөн» һәм «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияларында еңеү яуланы. Шулай уҡ 6Б класс уҡыусыһы Әминә Хузиәхмәтова ҡатнашыусы сертификаты алып ҡайтты.

Читайте нас: