Все новости
конкурстар
18 Февраля 2020, 11:54

“Осҡондар” дөрләне

Үткән йома көндө, Стәрлетамаҡ районында, “Башҡортостан ынйылары” тип аталған төбәк-ара конкурс үтте.

Үткән йома көндө, Стәрлетамаҡ районында, “Башҡортостан ынйылары” тип аталған төбәк-ара конкурс үтте. Был бәйгелә районыбыҙҙан Илкәнәй ауылы мәктәбенең “Осҡондар” театр фольклоры коллективы ҡатнашты. Етәкселәре Гөлдәр Шәмсетдинова булған был коллектив, йыл да ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡайта. Быйыл да улар 2-се урынды яулағандар.
- 2013 йылдан бирле “Осҡондар” театр фольклорын етәкләйем. Төбәк-ара үткән бәйгелә ҡатнашып өс тапҡыр республика конкурсына ла барҙыҡ. Унда ла призлы урын яулап ҡайттыҡ. Быйылғы конкурста “Рухи байраҡ һинең исемең” девизы менән тарихи шәхестәрҙе күрһәтеү ине. Беҙ, йырсы, композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре булған яҡташыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов тураһында “Донъяла эшең ҡала, донъяла хәтер ҡала” тип исемләнгән постановка күрһәттек. Унда Ғ. Әлмөхәмәтов тормошондағы иң сағыу һәм мөһим ваҡиғаларҙы сәхнәләштерҙек. Тәүҙә, Яңы Морапталдағы Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музейға барып, эҙләнеү эше лә яҙҙыҡ.
Был бәйге эсендә “Төркөмдөң лидеры” тип аталған тағы бер конкурс булды. Унда ла беҙҙең 10-сы класс уҡыусыбыҙ Азалия Араптанова 1-се урынды алды. “Осҡондар”коллективында шөғөлләнгән һәр уҡыусыбыҙ тырыш һәм үҙ ролдәрен бик килештереп, ысын әртистәрсә башҡарҙылар, - ти Илкәнәй ауылы мәктәбенең “Осҡондар” театр фольклоры коллективы етәксеһе Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы.
Афарин, “Осҡондар”. Артабан да яулар еңеүҙәрегеҙ күп булһын, уңыштар һеҙгә.

Читайте нас: