Все новости
конкурстар
21 Февраля 2020, 16:02

Йөрәктәр янып йәшәйек

Иркәң булаһым килә, Бикәң булаһым киләЕлдәреңә буйһонорлоҡ Елкән булаһым килә

Күптән түгел Ғашиҡтар көнө үтте. Беҙҙең милләткә бик ҡағылышы юҡ был датаның, беҙҙекеләр һөйөүҙе билдәләгән көнгә, билдәләгән сәғәткә генә ҡайтарып ҡалдырмай, ярата икән үлгәнсе, күрә алмай икән - ғүмергә. Шулай ҙа, Ғашиҡтар көнө тип бар донъяға яр һалынғас, йәрҙәр йәрҙәренә 14 февралдә ысынлап яратҡандарын тағы ла бер ҡат иҫбат итергә тырыша. Беҙ ҙә, интернет селтәрендәге ВКонтактелағы “Юшатыр” төркөмөндә, һөйгәнеңә иң матур, оригинал һөйөү һүҙҙәрен еткереү конкурсы иғлан иткәйнек. Барлығы 16 хат килде конкурсҡа. Береһенән-береһе матур, береһенән-береһе һоҡланғыс 16 хат. Оҙаҡ баш ваттыҡ, оҙаҡ уйландыҡ, бының һөйөүе ҡыҙыуыраҡ, быныһыныҡы һүренкерәк тип әйтергә нисек тел барһын? Һәм бына, ыҙалы уйҙарҙан һуң, еңеүсене билдәләй алдыҡ - Яҡуп ауылынан Нурзилә Мозафарова. Беҙҙең бүләкте алғас, апайыбыҙ хатта илап ебәрҙе, мөхәббәт ҡатыш, ниндәйҙер әрнеү ҙә булды буғай күҙ йәштәрендә. Теүәл биш йыл элек йортом янғайны, тине. Беҙ: йорт янып түгел, йөрәктәр янып йәшәйек әле, тип апайҙы ҡотланыҡ.
...Конкурста ҡатнашҡан барсаһын ҡотлайбыҙ: мөхәббәтегеҙ менән ошо төркөмдә беҙҙең менән дә бүлештегеҙ, бәхетегеҙҙән ауыҙ иттерҙегеҙ. Барығыҙҙың да һөйөү ҡанаттары һынмай, Хоҙай биргән һөйөү хистәрен аҡлап-һаҡлап, барыһын да һоҡландырып, парлы булып йәшәргә яҙһын.
Был конкурста бер генә ир-егет тә ҡатнашманы. Һөйөү һүҙҙәренең барыһы ла гүзәл заттар тарафынан уларға юлланды. 23 февраль уңайынан беҙ көслө заттарға арналған мөхәббәт һүҙҙәрен гәзиттә баҫырға булдыҡ.
Китмә хәтеремдән...
Китмә хәтеремдән, китмә, китмә,
Күҙ алдымда тор һин матур килеш,
Ҡулдарымды һүҙһеҙ генә үбеп
Ҡараштарың менән һөйгән килеш.
Китмә хәтеремдән, ҡапыл һинһеҙ
Яҡты көнөм төндәй ҡалыр төҫлө,
Шәмдәлемдә һүнһә һуңғы шәмем
Ҡараңғыла аҙашырмын төҫлө.
Китмә хәтеремдән, һиңә арнап
Йырлайһым бар моңло йырҙарымды,
Күҙ алдымда яҡты маяҡ булып
Яҡтыртып тор барыр юлдарымды.
Мин уны, үҙе иҫән булмаһа ла, һаман яратам...
Нурзилә МОЗАФАРОВА
Яҡуп ауылы
Ҡәҙерлем һин минең, мөхәббәтем, берҙән-берем, бәғерем, күҙ нурым, яратҡаным, тормош иптәшем. Мин мең рәхмәтлемен хоҙайыма һинең менән осраштырғанына, беҙ бер-беребеҙҙе меңдәр араһынан табып, күҙгә-күҙ ҡараштыҡ, осраштыҡ, яраттыҡ, сәстәрҙе-сәскә бәйләп, ҡулдарҙы-ҡулға тотоноп, мөхәббәт ялҡынында тормош юлында бергә атларға, матур ғаилә ҡорорға насип итте яҙмыш беҙгә. Беҙҙең мөхәббәтебеҙҙең һөйөү емешебеҙ булып, иң ҙур байлығыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ, терәгебеҙ булып дүрт яғыбыҙҙа-дүрт балабыҙ бар, Аллаға шөкөр. Мин һине шуууул тиклем ныыыҡ яратам, эх... белһәң ине, йөрәгемдәге һиңә булған мөхәббәт хистәрен, һүҙҙәр генә етмәй шул... һөйөү хистәремде әйтеп аңлатырға, һинһеҙ көнөм-көн, төнөм-төн түгел, ашым тәмһеҙ, донъям йәмһеҙ, һин булмаһаң яндарымда мин яңғыҙ аҡҡош бит. Һинең кеүек аҡыллы, уңған, түҙемле, тырыш, яҡшы тормош иптәшен көндөҙ шәмдәр яндырып эҙләһәм дә башҡаса таба алмам был донъяла. Һин онотма, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ҡайҙа ғына булһаң да мин һине һәр ваҡыт көтәм, өҙөлөп ЯРАТАМ!
Анфиса ФӘЙЗУЛЛИНА
Күмертау ҡалаһы
Хоҙай һине миңә бүләк иткәнгә мин бик бәхетле. Миңә булған хөрмәтең, керһеҙ мөхәббәтең өсөн рәхмәт һиңә. Киләсәктә яҙмыш беҙҙе ҡайғы-хәсрәттәр менән һынатмаһын, пар ҡанатыбыҙҙы айырмаһын, оҙаҡ йылдар бәхет-шатлыҡта, муллыҡта ғүмер итергә насип булһын.
Рәхмәт һиңә, йәнем-йәмәғәтем,
Тормош йөгөн икәү тартҡанға.
Һикәлтәле юлдарҙы үткәндә
Сер бирмәгән өсөн яттарға.
Рәхмәт һиңә, йәнем-ҡарлуғасым,
Мине аңлап, юлды биргәнгә.
Ир — баш, ҡатын — муйын, тиеп,
Тормош юлын ипләп үткәнгә.
Рәхмәт һиңә, йәнем-һөйөклем,
Ғүмер буйы сабыр булғанға
Сабыр төбө — һары алтын, тиҙәр,
Шул һүҙҙәрҙе иҫтә тотҡанға.
Әти, әни, тип өндәшкән балаларға
Һәр саҡ шулай бергә үрнәк булып,
Пар ҡанаттар булып
Раббым яҙһын оҙаҡ йәшәргә.
Алтын туйҙы бергә ҡаршылап,
Бриллиант туйға ла етәргә.
Розалия ӘБДЕЛМӘНОВА
Мораптал ауылы
Һин - Алламдың биргән бүләге, тәҡдиремә яҙылған өлөш. Никахтар бит күктә ярала. Беҙҙең уртаҡ тормошобоҙ китабы биттәрендә эскерһеҙ мөхәббәт тә, йәнде Ожмахҡа күтәреп һөйөндөргән шатлыҡтар ҙа, йөрәкте әрнеткән һынауҙар ҙа бихисап булды. Инде ун һигеҙенсе йыл һинең ихласлыҡты күреү менән йөрәгемдең сираттағы йоҙағы "Шылҡ" итеп үҙенән-үҙе асыла ла, Йыһанға йондоҙ булып атыла. Мөхәббәт бит емеш ағасы, уның емешенең татлы, йә әсе булыуы тыуғанда уҡ маңлайға яҙылған, бәхет тә, бәхетһеҙлек тә шуның менән бергә ғүмер буйы йәнәш бара. Емештәребеҙҙең камил булыуы менән бәхетлебеҙ. Ҡола яланда икәүләшеп, бары үҙ көсөбөҙ менән генә, бал ҡорттарындай тырышып төҙөгән татлы оябыҙ, күҙебеҙгә ҡарап торған, беҙҙе әсәй-атай булыу бәхетенә ирештергән алмалай өс ҡыҙыбыҙ, улыбыҙ бар. Бәпестәребеҙҙең һәр береһен һин үҙ ҡулдарың менән яһаған сәңгелдәккә һалып үҫтерҙек. Төҙөгән йортобоҙҙа-донъябыҙҙа һинең бармаҡ эҙҙәрең теймәгән бер мөйөш юҡ. Һин етәкләгән тимер атҡа ултырып меңәрләгән саҡрымдарҙы бергә уҙҙыҡ, ҡыштың ыжғыр бурандарында, көҙҙөң әсе елдәрендә һинең арҡаңа ышыҡландыҡ, үтә өшөгән саҡтарҙа һин яҡҡан усаҡ янында йылындыҡ, хәләл ризыҡты бүлешеп ашаныҡ. Барыһы өсөн рәхмәт!
Һин-Алламдың биргән бүләге, шуға күрә һине яратмау мөмкин түгел. Тыуған көнөбөҙҙөң бер көндә булыуы ла Юғары Көс хикмәте. Һин ут булғанда - мин һыу, мин ут булғанда һин - һыу, рух ҡанаттары ғына һынмаһын! Мин һине яратам!
Әнисә Бикташева
Ейәнсура районы
Иҫәнғол ауылы
Тәүге саф мөхәббәтем, мәңгелек йәрем, тоҡанып та өлгөрмәй һүнгән таң йондоҙом... Һинең менән йәшәгән ҡыҫҡа ғүмер миҙгелемдең һәр көнөн ҡабат-ҡабат күҙ алдымдан үткәрәм. Һинең миңә булған саф мөхәббәтең миңә йәшәргә көс бирҙе. Һине мәңгелеккә юғалтыуым менән бер ҡасан да ризалашманым, сөнки үҙеңә оҡшап ҡына тыуған ҡыҙым һине бер генә минутҡа ла оноттормай.
Мин инде күптән өләсәй. Ейәнем менән ейәнсәрем үҫеп килә. Уларҙың көләс йөҙөндә, йылмайғанда нур сәсеп торған күҙҙәрендә, йүгереп килеп ҡосаҡлап алыуҙарында, бәләкәс кенә ҡулдары менән муйынымдан ҡосоп, “мин яратам өләсәйемде”, - тиеүҙәрендә һине күрәм. Уларҙың һәр хәрәкәтенән һине эҙләйем, өҙөлөп яратам.
Йылдар үтеү менән йөҙөң бер аҙ тоноҡлана төшһә лә, һөйөүем шул көйө. Һағынам, юҡһынам, яратам һәм яратасаҡмын.
Был ерҙә күрәһең бәхет юҡ,
Юҡ әмәл һис кенә ҡауышыр
Өмөттө өҙмәйем барыбер
Йәнебеҙ йыһанда ҡауышыр…
P.S. Шағир һүҙҙәре, билдәле йырҙан, авторын белмәйем. Ғәфү итегеҙ.
Г. апайығыҙ.
Мин үҙемдең тормош иптәшем Денисҡа йөрәк түремдә һаҡланған мөхәббәт һүҙҙәрен әйткем килә.
Минең тормош юлында тап ошондай уңған, аҡыллы, тәртипле кеше осрағанына Аллама мең рәхмәтлемен. Денисым минең яҡшы тормош иптәше лә, ике йондоҙобоҙ - ҡыҙҙарыбыҙ өсөн һөйөклө, иң яҡшы атай ҙа. Уның уңғанлығына һоҡланып та бөтөрлөк түгел. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" тигән мәҡәл тап минең ғәзиз кешемә арналған кеүек. Яратам һине, һөйөклөм! Беҙҙең мөхәббәтебеҙ ғүмерле, ғүмеребеҙ мөхәббәтле булырына ышанам. Байрам менән, мөхәббәтем!
Флидә ИВАНОВА
Күмертау ҡалаһы
Һине осратмаған булһам, белмәйем, яҙмышым нисек булыр ине? Һинең менән тормошомдоң һәр бер көнө, сәғәте, миҙгеле бәхет менән мөлдөрәмә тулы.
Һинең миңә булған мөхәббәтең мине ҡанатландыра, ауырлыҡтар алдында көс бирә, өшөгәндә йылыта. Үҙемдең һиңә булған мөхәббәтем менән йәшәргә көс-дәрт алам.
Рәхмәт һинең атай-әсәйеңә, был яҡты донъяны һиңә бүләк иткәндәре өсөн. Улар алдында баш эйәм. Рәхмәт һиңә ике баһадирҙай улыбыҙ, өйөбөҙҙөң йәме ҡыҙыбыҙ өсөн. Һинең менән йәшәгән 20 йылдың һәр бер көнө өсөн рәхмәтлемен. Алда тағы бик күп йылдар – бер һуҡмаҡ. Арымай-талмай бергә атлайыҡ.
Йәшермәйем, эйе, яратам
Һинең күҙҙәр минең күҙҙәрем
Сихри миҙгел булып һаҡлана
Мөхәббәттән тулған һүҙҙәрем.
Гөлнара БИКМӨХӘМӘТОВА
Таймаҫ ауылы
Йөрәгемә
Минең иң татлы, иң көслө, яратҡаным минең, йөрәгем! Ғашиҡтар көнө менән һине ҡотлайым! Һәр саҡ һин минең уйҙарымда һәм күңеллемдә. Мин һине һөйәм һәм баһалайым! Мин һинең менән 17 йыл бергә. Беҙ бит бер-беребеҙҙән башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.Беҙҙең һөйөү көслө!
Матурым минең, мин һине яратам, бөтә донъяға яңғыратам!
Әлфиә СОБХАНҒОЛОВА
Күмертау ҡалаһы
Һөйгәнемә
Һиҙәһеңме? Йылдар үткән һайын,
Нығыраҡ яҡыная аралар!
Бер ҡараштан аңлайһың бит хәҙер,
Йөрәгемдә ниндәй яра бар...
Юҡҡа ғына ҡайсаҡ нескә күңел
Селпәрәмә килеп ватылһа,
"Әлдә һин бар!" - тимен, йылы һүҙең
Йөрәгемә майҙай яғылһа...
Рәхмәтлемен! Бул һин яндарымда,
Бергә атһын уртаҡ таңыбыҙ.
Артабан да икәү етәкләшеп,
Тормош һуҡмағынан атларбыҙ!
Матурым мин hине яратам
Сәфинә ҠУСҠАРОВА шиғыры
Ғәлиә КИНЙӘБАЕВА
Күмертау ҡалаһы
Хас әсәйем кеүек күренәһең,
йылмайғанда күҙең ҡыҫылһа,
етеҙ генә эштән ҡайтып инеп,
өй эшенә йәһәт тотонһаң.
Әсәйемдең тәмле икмәгенең
еҫе килә һинең бәлештән.
Һин ышанһаң ине, йәнкиҫәгем,
минең йөрәк һиңә йәбешкән.
Ҡапыл ғына, ихлас зыңғырлатып,
оҡшаш хатта көлөп ебәреүең.
Һалмаҡ ҡына, талғын ғына итеп
әсәйемдәй, атлап китеүҙәрең.
Әсәйемә оҡшағанһың ти ҙә,
ҡыҫып-ҡыҫып йәнә ҡосаҡлай.
Һине тапҡас, күңел көмбәҙемдә
өмөт янды төнгө усаҡтай.
Әсәйемә оҡшағанһың тиһә,
түгеләм дә төшәм, илайым.
Уның менән булған саҡтарымды,
иң бәхетле мәлгә һанайым.
Ниндәй генә күреп яратһаң да,
мин әсәйең кеүек була алмам.
Тик шулай ҙа...
киткән юлдарыңа ҡарап ҡалам,
әсәйеңдәй өҙөлөп көтөп алам.
Яратам мин,яратам
Ләйсән БАЙҒОТЛИНА
Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерлем минең! Яратҡаным! Берҙән-берем! Минең тормошомдо яҡтыртыусы, йәнләндереүсе фәрештәм. Тәүге осрашыуҙан уҡ минең йөрәгемдә һөйөүҙең тәүге бөрөләре шытып сыҡты. Күңелемде үҙеңдең етдилегең, сабыр, баҫалҡы һәм ҡыйыу булыуың менән арбаның. Һинең менән табыштырған, ҡауыштырған яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Һин- минең идеалым, шатлығым, бәхетем. Һинең миңә булған йылы мөнәсәбәтеңде, нурлы күҙ ҡарашыңды, барлыҡ ауырлыҡтарға ла дауа була алырҙай йылы һүҙҙәреңде ишетеп, тойоп йәшәү - үҙе оло бер бәхет. Һин минең таянысым, серҙәшем, яратҡан тормош иптәшем. Кәрәк саҡта, мине тынысландырыусым, күңел болоҡһоп киткән ваҡыттарҙа - йыуанысым, яҡты киләсәккә әйҙәүсем. Һиңә булған һөйөүем көндән-көн, йылдан-йыл арта, күркәмләнә бара. Йәш саҡтағы иләҫ-миләҫ яратыуым, ныҡлы, ышаныслы оло мөхәббәткә әүерелде. Һинең ышаныслы тауышыңды, көслө ҡулдарыңды, йылыңды һиҙеп-тойомлап йәшәгем килә.
Йәнем! Яратам! Яратасаҡмын!..
Яҙғы ташҡын булып килеп керҙең
Йәш мәшәҡәтһеҙ донъяма,
Һинһеҙ хәҙер йәшәй алмам кеүек
Был ғәйәт, сикһеҙ донъяла.
Алдаштыра, аҙаштыра күрмәһен бер үк
Беҙҙе ҡауыштырған яҙмыш,
Мәғәнәһеҙ, төҫһөҙ һәм буш
Булыр ул саҡта тормош.
Яратам һине, минең ҠОЯШЫМ!
Табынамын һиңә генә,
Бер-беребеҙгә булған оло һөйөү
Һаҡланһын ине ғүмергә!
Гөлназ ӘҘЕҺӘМОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Бергә булайыҡ мәңге.
Һинең бер ҡарашыңдан
Уйҙарым таралалар.
Һинең бер көлөүеңдән
Күңелдәр ҡыуаналар.
Яғымлы ҡарашыңды,
Ай-ҡояштай йөҙөңдө,
Ҡап-ҡара күҙҙәреңде,
Бик яратамын һине.
Яратам, тип ҡабатлайым
Тағын, тағын, тағын да.
Мин бәхетле был донъяла
Һин булғанға янымда.
Тормошомдоң яҡтыһы һин,
Һин минең ҙур терәгем.
Тигеҙ ғүмер бирһен Хоҙай
Бергә булайыҡ мәңге.
Нәркәс ИБРАҺИМОВА
Күгәрсен районы
Тәүәкән ауылы
Я не знаю, как бы сложилась моя жизнь, если бы я не встретила тебя. Да и не особо, наверное, мне хочется это знать, ведь с тобой каждый миг наполнен счастьем. Ты — всё самое хорошее и самое светлое, что могло бы со мной произойти. Твоя любовь согревает, окрыляет и дарит мне силы. Я люблю тебя настолько сильно, что даже словами не могу описать все те чувства, которые я к тебе испытываю. Я хочу прожить с тобой вечность, хочу наблюдать за счастьем наших детей, бережно держа тебя за руку. Ты тот единственный, которому я готова всецело, без остатка посвятить всю себя, ничего при этом не требуя взамен.
Диана ЮЛДАШЕВА
Күмертау ҡалаһы
Уйҙарыбыҙ һәр саҡ бергә булһын,
Юлдарыбыҙ булһын гел бергә!
Сәйҙәребеҙ менән тулып торһон,
Отҡан беҙҙең кәсәбеҙҙә
Бер тамырҙан үҫкән гөлдәй,
Гел йәнәшә йәшәрбеҙ!
Беҙҙең тормош юлыбыҙҙа,
Булмаһындар кәртәләр.
Гел бәхеттәр, гел шатлыҡтар
Алып килһен иртәләр .
Мин һине яратам!
Альфира ИСМӘҒИЛОВА
Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙҽрлҽм, һин әлҽ йыраҡта. Мин һинҽ һағынып көтәм, эштәрҽң ҡасан бөтә индҽ? Ҡайтырыңды көтөп, көндәр, сәғәттәрҙе, минуттарҙы һанайым, һиңә шул тиклем ныҡ өйрәнгәнҽмдҽ яңы аңланым. Ғүмҽрҽмдҽң алтын миҙгҽлдәрҽн бүләк иткҽм килә һиңә, йәнҽм. Артабан да ҡыуаныстарыңа бҽргә ҡыуанып, бҽр-бҽрҽбҽҙгә терәк булып йәшәргә яҙһын. Күпмҽ яуыз кҽшҽләр кҽрҙҽ арабыҙға, күпмҽ һалҡын ҽлдәр инде. Шулай ҙа беҙ бирешмәнек, бер-беребеҙҙе һаҡланыҡ, айырылышманыҡ, киләсәктә лә ҡарайтмайыҡ мөхәббәтҽбҽҙҙҽ. Бҽҙҙҽң саф һөйөүебеҙ бҽр ҡасан да һүнмәҫ. Күпмҽ ғүмҽр бар, шуны бҽҙ бҽргә үтҽргә тҽйҽш.
Алина ДӘМИНЕВА
Яҡуп ауылы
Бәләкәй саҡта күргән, лапта уйнап, бүрек кейгән егет түгел ине инде ул... Ә олпат, киң яурынлы, әрмеләрҙән ҡайтҡан haлдат булған шул... Йөрәк тибә сығам-сығам тип, тын алыуҙары ла huрәк hымаҡ,әллә йөрәгем туҡтаны инде уны күргәс... Йәмле йәй айында осраштыҡ, танымай торҙо тәүҙә, hылыу huнме ул, тине... Таңға тиклем йөрөнөләр улар, ҡайнар хистәр, ҡайнар ирендәр... Нисәгә тиклем булha ла уның янында торорға әҙер инем, мәңгегә... Ул вакытта уйынға мотоцикл менән йөрөй инек, килеп ала күрше ауылдан, бар инде кер, таң атты бит, тиер ине... Яраттырҙы, ләкин үҙе яратманымы, аралар айырылды... Бер генә көнгә, бер генә сәғәткә, минутҡа, секундҡа ҡайтha икән тәүге hөйөүем белер инем, янымдан да ебәрмәҫ инем. Төштәремдә күреп уянам, беҙ бергәбеҙ гел, көнө буйы өнөмдә шат, күңелле йөрөйөм... Ямғыр, ҡар яуha минең сәләмемде еткер тип әйтәм, ел булha шулай сәләм еткерә инем. 30 йыл үтеп китте тәүге hөйөүгә, йөрәк haман йәш... Ҡайhы берҙә күрhәм,ҡойолам да төшәм, hүҙемде лә әйтә алмайым, биттәрем янып китә, бәлки мин ошо донъяла ла huңә булған мөхәббәтем менән генә йәшәйемдер, төштәрем йәшәтәлер мине, ҡайhы берәүҙәр юҡ ул мөхәббәт, тиҙәр... Бар ул мөхәббәт, ышанығыҙ кешеләр! Ишетәheгеҙме? Бар, мөхәббәт, тәүге hөйөү, тәүге яратыу!
Зәкиә
Читайте нас: