Все новости
конкурстар
25 Февраля 2020, 13:29

Тетрәндерҙе лә, сафландырҙы ла

Үткән кесаҙна көндө ҡалабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Халыҡ - ара туған тел көнө уңайынан шиғырҙар бәйгеһе үтте. “Йырлайым халҡым өсөн...” исемле матур сараны Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы ойошторҙо.

Үткән кесаҙна көндө ҡалабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Халыҡ - ара туған тел көнө уңайынан шиғырҙар бәйгеһе үтте. “Йырлайым халҡым өсөн...” исемле матур сараны Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты коллективы ойошторҙо. Бәйгелә 7 йәштән 65 йәшкә тиклемге 26 кеше һынау тотто. Бәйгеселәр Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай һәм тағы тиҫтәләгән билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
- Шиғыр һөйләү бәйгеһе 2-се йыл рәттән үткәрелә. Былтыр 3-сө БРГИ-ның уҡыусылар һәм ата-әсәләре өсөн ойошторолһа, быйыл ҡала күләмендә үткәрергә булдыҡ. Был юлы ла, күңелендә ижад осҡоно булған бәйгеселәр һүҙ сәнғәтен яңы бейеклеккә күтәрҙе. Улар үҙҙәренең сығышы менән күңелдәрҙе тетрәндерҙе, сафландырҙы. Сараға ҡалабыҙҙың ағинәйҙәре, аҡһаҡалдары ла әүҙем ҡушылды. Конкурста еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. Байрамды ойоштороусылар исеменән бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән “Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсинға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәм.
Киләсәктә был сара матур бер йолаға әүерелеп, йыл да юғары кимәлдә үтер тип өмөтләнәбеҙ, - ти 3-сө БРГИ-ның тәрбиә биреү буйынса директор урынбаҫары Земфира Усманова.
Зарема ҒАБДУЛЛИНА, бәйгелә ҡатнашыусы: - "Йөрәк һүҙе"нә ҡыҙым менән бик тулҡынланып әҙерләндек, ни тиһәң дә күптән сәхнәлә шиғыр һөйләгән юҡ ине. Ҡалабыҙҙың 1-се һанлы "Гармония" мәктәбенең 7-се синыфында белем алған Айһылыу ҡыҙыма ла, миңә лә сара ифрат оҡшаны. Беҙ йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр итеп, Рафаэль Сафиндың "Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе"н һайлауыбыҙ отошло булғандыр, тип уйлайым. Шағирҙың һәр әҫәрендәге кеүек үк, бында ла күңелдең тик нескә ҡылдарын сиртеүсе һүҙҙәр, әлбиттә. Тамашасыларҙың күҙҙәре йәшләнеүе лә быны раҫланы ғына. Байрамдан ҡыҙым ҡанатланып ҡайтты, хатта, “уҡырға гимназияға күсәйемме икән әллә?”, - тип мине ҡыуандырып та ҡуйҙы. Бындай сараны үҙебеҙҙең "Айгөл" балалар баҡсаһында ла үткәрергә тип, мөдиребеҙ Әлфиә Шәрипова менән дәртләнеп ҡайттыҡ. Бәйгене ойоштороусыларға: ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғоловаға һәм 3-сө БРГИ-ның тәрбиә биреү буйынса директор урынбаҫары Земфира Усмановаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Читайте нас: