Все новости
конкурстар
3 Марта 2020, 11:47

Һаулыҡ өсөн булды

Иң айыҡ ауыл, тип беҙҙең районда Абдул ауылы билдәләнгәйне.

Флүзә НИҒМӘТУЛЛИНА, Күмертау ҡалаһы:
- Сағыштырып ҡарар өсөн 15 ауыл иҫәбенә ингәндәрҙең ҡайһы яҡтан икәндәрен белергә ине. Беҙҙең Абдул ауылында элек-электән эскелек менән көрәштеләр. Урам буйлап эсеп йөрөгән кешеләр бер нисәү генә була ине, ә хәҙер улар бөтөнләй күренмәй. Ауыл халҡы шул тиклем тырыша. Ауылда, Аллаға шөкөр, дин көслө. Һәр урынға икешәр, өсәр ауылды, районды күрһәтеп булмай инеме ни икән? Ҡыҙғаныс, ауылыбыҙҙың яҡшы яҡтарын күрмәгәндәр. Ауылда башҡорт, татар халҡы татыу, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәй. Минең Абдулдан күсеп киткәнемә 4 йыл, ләкин мин һаман булһа, ауылдаштарымды һағынып иҫкә алам. Ысынлап та, килен булып төшкән ауылым күңелгә шул тиклем яҡын, ҡәҙерле! Мин ауылдаштарымдың урын алыуҙарына бик ныҡ өмөтләнгән инем!!! Абдул халҡы, ауылдаштарым бирешмәй ул, улар үҙҙәренең кем икәнен үҙҙәре былай ҙа беләләр бит. Аллаһы Тәғәлә риза булһын, иншалла. Тыуған ауыл матурлығы өсөн, уның халҡының сәләмәтлеге, белемле булыуы өсөн күп көс һалған Зөлфирә апай Ғибәт ҡыҙына бик ҙур рәхмәт! Ауылда был апаны, киленде хөрмәтләмәгән кеше юҡтыр ул. Артабан да эшегеҙҙең уңышлы, фәһемле дауам итеүен теләйем. Барыһы ла яҡшы булыр, иншалла. Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын һеҙҙе, ауылдаштарым. «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәренә яңылыҡтары өсөн ҙур рәхмәт.
Тулы материал гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: