Все новости
конкурстар
17 Марта 2020, 19:10

Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ҡатнашайыҡ!

- Булат улым иҫтәлегенә ойошторолған конкурс Республика Башлығы грантында еңеп сығып, 1 млн. 50 мең һум аҡсаға лайыҡ булды, - ти Әмир Миһран улы СОЛТАНГӘРӘЕВ.

Әмир Миһран улы СОЛТАНГӘРӘЕВ:
- Булат улым иҫтәлегенә ойошторолған конкурс Республика Башлығы грантында еңеп сығып, 1 млн. 50 мең һум аҡсаға лайыҡ булды. Әле ошо проект сиктәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Күмертауҙағы 3-сө БРГИ һәм РПЛИ уҡыусылары менән осрашыуҙар бик яҡшы кимәлдә ойошторолған. Был ике уҡыу йортонан йыл да ҡатнашыусылар булып тора, шуныһы ҡыуандыра. Уҡыусылар беҙҙе ихлас тыңланылар. Уларҙың күҙҙәре янып тора, ҡараштары үткер. Уҡыусыларҙың бөгөнгө көн проблемаларын аңлап ҡабул итеүҙәре әллә ҡайҙан уҡ күҙгә салына. Бер ҙә генә битараф түгелдәр, конкурс менән ҡыҙыҡһыналар, үҙҙәренең һорауҙарын бирәләр. Егеттәр-ҡыҙҙарҙың шундай етди булыуы ла һоҡландырҙы. Беҙ үҙебеҙ ул йәштә ул хәтлем етди булмай торғайныҡсы. Гимназиянан да, лицейҙан да юғары уҡыу йортона кереүселәр бик күп, шуныһы ла ҡыуаныслы. Грант аҡсаһына «Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы»нда ҡатнашыусыларҙың эштәрен китап итеп баҫтырып сығарасаҡбыҙ. Шулай уҡ презентация фильмы эшләргә уйлайбыҙ.
Тулы материал гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: