Башҡорт теле йылы сиктәрендә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан 1 сентябргә шиғри флешмоб иғлан ителгәйне. Республика кимәлендә үткән сарала районыбыҙҙан өс уҡыусы ҡатнашты. Улар Таймаҫ гимназияһынан: Динислам Араптанов, Гөлсөм Әлибаева, Азалия Рыҫҡолова. Тырыш уҡыусыларыбыҙ бүләктәр алып ҡыуанды. Ә иң күп лайктар йыйған Динисламға махсус бүләк - башҡорт алфавиты яҙылған кубиктар ҙа тапшырҙылар.
Афарин, уҡыусылар! Киләсәктә лә яулар уңыштарығыҙ күп булһын!