Все новости
конкурстар
14 Октября 2020, 16:00

Бал ҡорттары кеүек

Күптән түгел Бөтә Донъя Бал ҡорто көнөнә һәм шулай уҡ, 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се “Апимондия” умартасылар ассоциацияһының Бөтә донъя Конгресына әҙерлек сиктәрендә республика күләмендә конкурс үтте.

Күптән түгел Бөтә Донъя Бал ҡорто көнөнә һәм шулай уҡ, 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се “Апимондия” умартасылар ассоциацияһының Бөтә донъя Конгресына әҙерлек сиктәрендә республика күләмендә конкурс үтте. Был бәйгелә ҡалабыҙҙың Мөхәммәт Исҡужин исемендәге прогимназияның 4 “А” класы уҡыусыһы Алһыу Арыҫләнбәкова ла ҡатнашты. Ул “Башҡорт бал ҡорто” тип аталған балалар ижады буйынса дистанцион рәүештә үҙ көсөн һынаны. Үҙе лә бал ҡорто кеүек егәрле булған ҡыҙ даими рәүештә төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Был юлы ла етәксеһе Лилиә Әлибаева менән әҙерләнгән Алһыу 7 йәштән алып 10 йәшкәсә тиклемге 119 ижади эше араһында 3-сө урынды яулаған.
Шулай уҡ М.Исҡужин исемендәге прогимназия тәрбиәләнеүсеһе 5 йәшлек Дарина Денисламова ла “Бал ҡорто” шиғырын һөйләп бәйгегә видеояҙма ебәргән. Ул да етәксеһе Зәлифә Аҫылбаева менән ныҡлы әҙерләнеп 3-сө урынға лайыҡ булған.
Тулы материал 82-се һанда.
Читайте нас: