- Йырауҙа ҡатнашыусыларыбыҙ тәүге ҡарлуғастарыбыҙ булды. Бәйгеселәрҙең барыһына ла ойоштороусылар исеменән ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Сараға матур итеп әҙерләнеп килгәндәр. Уларҙың сәхнәлә үҙҙәрен ғорур тотоуҙары, йырауҙарҙы хисләнеп башҡарыуҙары ныҡ оҡшаны. Киләсәктә, беҙҙең ерлектә тыуып үҫкән йырау әйтеүселәр һаны артыр, тип ышанам. Ошо уңайҙан, районыбыҙ мәҙәниәт һарайында Йыраусылар мәктәбе эшләй башлаясағын да ҡыуанып хәбәр итәм. Теләүселәр булһа, рәхим итегеҙ! Һеҙҙе һәр шаршамбы сәғәт көндөҙгө 11-ҙә, “Йәшлек” мәҙәниәт йортондағы “Йәнтөйәк” фольклор кабинетында көтөп ҡалабыҙ, - ти “Йәнтөйәк” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Мәрйәм Юлдыбаева.