Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА. Шағирә. Өфө ҡалаһы.
- Мин был Премия хаҡында Башинформ яңылыҡтарында уҡыным. Унан алда уҡ Тамара апайға китабымды бүләк иткән инем, ул шуның менән бик әҫәрләнеп, үҙенең конкурсына тәҡдим ит әле, тип шылтыратты. Китап баҫмаһын ебәрҙем бәйгегә. Тамара Ғәниеваның ижады хаҡында мин үҙемдең төркөмөмдә яҙып үткән инем.
Башҡорт әҙәбиәтенең иң һәләтле шағирәһе. Ундағы диапазон, ундағы тәрәнлек, фәлсәфә, белем һәм характер көслөлөгө бергә тупланыу бик уникаль күренеш.
Уның һымаҡ шағирә лә, әҙәбиәтте фән булараҡ белгән-төшөнгән ижадсы ла оҙаҡ булмаҫ әле беҙҙә. Тамара апай шулай ҙа поэзия яҡлылыр, премияһына дәғүә итеүселәрҙе лә шул өлкәнән һайлар тип уйлайым.