Фидан Искәндәров, участковый:
Заманында был ауыл биләмәһе бик тынғыһыҙ булды. Хатта участковый һайлағанда, унда эшкә барырға ризалашмайҙар ине. Мин был ауылда инде 4 йыл эшләйем. Әлеге ваҡытта районыбыҙҙың иң тыныс, үрнәкле биләмәһе беҙ. Эш башлаған осорҙа ауыр булды, эш боҙоусылары ла, эскеселәре лә йонсотто. Шөкөр, беҙ уларҙы еңеп сыҡтыҡ. Хәҙер беҙҙә тыныслыҡ, тәртип урынлаштырылған. Артабан да шулай, ауылдың бәҫен ҡаҡмай, үрнәкле эшләргә тырышасаҡмын.