Все новости
конкурстар
20 Ноября 2020, 14:00

«Маллығынан – данлығы»

Бындай шәл конкурсында тәүгә ҡатнашыуым. Киленем шәлдәремде видеоға төшөрөп, бәйгелә ҡатнашыу өсөн ебәрҙе. Бәләкәйҙән өләсәй, әсәйемдән дебет йөнөнән шәл бәйләргә өйрәндем...#Башҡорт шәле2020 #конкурстар #КуюргазинскийРайон #газетаЮшатыр

Динә Нәғим ҡыҙы Ғәҙеләйева: Бындай шәл конкурсында тәүгә ҡатнашыуым. Киленем шәлдәремде видеоға төшөрөп, бәйгелә ҡатнашыу өсөн ебәрҙе. Бәләкәйҙән өләсәй, әсәйемдән дебет йөнөнән шәл бәйләргә өйрәндем. Элегерәк, аҡса юҡ саҡта, бәйләп һатыуым ҙур ярҙам булды, кешеләр ҙә бүләккә матур тип, ҡыуанып алдылар. Әле меланж ептәрен алып бәйләйем, уныһын схемалар буйынса үҙем өйрәнгән шөғөлөм. Бәйләм эшенә ҡыҙымды ла, ейәнсәрем Гүзәлде лә өйрәткән инем. Ейәнсәремдең туйында ла, үҙе эшләгән шәлдәре ҡоҙағыйҙарға бүләккә таратылды.
Клуб етәксеһе Гүзәлиә Халиҡова Гран-при еңеүем менән ҡотланы, диплом менән аҡсаһы ла буласаҡ тине. Әсәйем әйткәнсә, “маллығынан – данлығы”, аҡса тип ҡатнашманым да ул.
«Башҡорт шәле – 2020» район онлайн фестиваль-конкурсы тураһында тулы материалды "Юшатыр"ҙың 93-сө һанында уҡығыҙ.
#Башҡорт шәле2020 #конкурстар #КуюргазинскийРайон #газетаЮшатыр
Читайте нас: