Все новости
конкурстар
28 Ноября 2020, 17:00

Йондоҙҙай балҡынылар

"Йондоҙҡай" тип исемләнгән Бөтә Рәсәй традицион музыкаль инструменттарҙа уйнау буйынса конкурс үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенән барлығы 122 конкурсант ҡатнашты.

Дим АСАИНОВ, ҡурайсы:
- Халҡыбыҙҙың милли музыкаль инструменттарын пропогандалаған , йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған бындай бәйгеләр бик кәрәк. Конкурс онлайн рәүештә үтте. Беҙ ҙә уҡыусыларым менән бик теләп ҡатнаштыҡ. Һәр конкурсант бер оҙон көй һәм ике бейеү көҙәрен уйнап күрһәтте. Иҙел Тунниковтың сығышы конкурстың лауреаттарының Гала-концертына индерелде.
Тулы материал 95-се һанда.
Читайте нас: