Все новости
конкурстар
5 Декабря 2020, 12:00

ЙЫЛЫ ТОЙОП ЙӘШӘЙЕК

“Юшатыр” гәзите мине бүләктәр менән ҙурлағаны өсөн, Хоҙай Тәғәлә үҙҙәрен ҙурлаһын! Рәхмәт һеҙгә, “Юшатыр”ҙар! – ти Кәримә инәй Рыҫҡолова.

Интернет селтәрендә Көйөргәҙе районы йәштәр комитеты етәксеһе Татьяна Шорскина һәм уның ярҙамсыһы Альбина Имамова "Һәр ваҡыт булһын әсәй" тигән онлайн-конкурс ойошторҙо. Конкурсҡа һөҙөмтә яһауҙа “Юшатыр”ҙы ла саҡырҙылар. Ҡатнашыусылар бик әүҙем булып сыҡты, төрлө йәштәге ҡатнашыусылар һаны 83-кә етте. Бәйгелә ҡатнашыу ҡағиҙәләре ябай ине: әсәйең менән бергә төшкән фото һәм әсәйеңә һөйөү һүҙҙәрен әйткән ҡыҫҡа ғына видеояҙма ебәреү. Һәр бер эшкә һан беркетелде һәм еңеүсене билдәләү өсөн компьютер осраҡһыҙ һанды билдәләп бүләкләнеүселәрҙе асыҡланы. Ә беҙ алдан уҡ барлыҡ эштәрҙе ҡарап сығып, үҙебеҙҙең еңеүсене билдәләп барған инек. "Юшатыр" гәзите редакцияһынан, махсус бүләгебеҙҙе һәм 3 айлыҡ подпискабыҙҙы Рыҫҡолова Кәримә менән улы Ринатҡа тапшырырға булдыҡ.
Тулы материал 97-се һанда.
Читайте нас: