- Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, ниндәй тармаҡтарҙа эшләһәм дә мин "Башҡортостан һылыуҡайҙарының" береһе булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Был лайыҡлы исемгә һис ҡасан тап төшөрмәйәсәкмен, сөнки мин бөйөк башҡорт иленең ҡыҙы. Башҡортостандың ситтә йәшәгән әүҙем йәштәре тураһында "Башҡорт" исемле китап сыҡты. Унда минең турала ла мәғлүмәт бар. Әлеге ваҡытта Германияла йәшәйем. Башҡортостандағы һуңғы хәбәрҙәрҙе берҙә ҡалдырмай ҡарап, уҡып барам.