Светлана ЧУРАЕВА, "Бельские просторы" журналы баш мөхәриренең урынбаҫары, Өфө ҡалаһы:
- Гран-приға лайыҡ булыуым тураһында, иң беренсе яҙыусылар ойошмаһының рәйесе Зәки Әлибаев шылтыратып һөйөнсөләне. Иң тәүҙә нимә тураһында һүҙ барыуын, аңлай алмай шаҡ ҡатып торҙом. Ә аңлағас инде, оҙаҡ ҡына ышана алмай ултырҙым. Әлбиттә, был минең өсөн ҙур шатлыҡ. Ныҡ тулҡынландым, ҡаушап ҡалдым. Шулай уҡ яңы ғына булдырылған, бөйөк яҙыусының исемен йөрөткән премияның беренсе гран-приһын яулаусы булараҡ, минең өсөн ҙур яуаплылыҡ булыуын да аңлайым.
Был ябай булмаған, ауыр һынауҙары менән йонсотҡан йыл, кешелекте бығаса булмаған һынауҙар алдына этәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һынауҙар ҙур юғалтыуҙар менән үтеп бара. Шул ауырлыҡтар араһында, был премияның булдырылыуы ысын мөғжизә, яҡшы яңылыҡ булып балҡыны. Халыҡ шағирәһеТамара Ғәниева исемендәге премияны булдырыу, әҙәбиәтте яҡшыртыр өсөн ҙур йоғонто яһар, шулай уҡ йәмәғәтте лә ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тигән өмөт бирә. Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙының көслө рухы, уның бөйөк таланты, киң, тәрән мәғәнәле нәфис һүҙ оҫталығы тотош донъяны үҙгәртә. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ та, әҙәбиәттә лә лайыҡлы урын биләүсе генә түгел, ә иң бөйөк үрҙәр яулаусы Тамара Ғәниева менән бәйле премияны алыу минең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм бик мөһим.