Өләсәйемдең атаһы –
Өлкән лейтенант Ноғман,
Бөйөк Ватан һуғышынан
Ҙур Еңеү менән ҡайтҡан.
Ҡыҙыл Йондоҙ орденын
Батырлыҡ өсөн алған,
Фашистарҙы дөмөктөрөп,
Берлинға тиклем барған.
Олатайымдың атаһы –
Ҡартатайым Зәйнулла,
Һуғыш йылдары балаһы
Һынатмаған баҫыуҙа.
75 йыл элек Еңеү
Булмаҫ ине уйҙа ла,
Фронт һәм тыл берҙәмлеге
Әгәр ныҡлы булмаһа.
Күҙем ҡыҙып кейеп алдым
Олатайымдың формаһын,
Германияла 2 йыл булған
Һаҡлап ил тыныслығын.
Ғорурланып уйлап торам
Һалдат булырмын тиеп,
Атайым кеүек әрмелә
Хеҙмәт итермен тиеп.
Олатайҙар яулаған еңеү
Бигерәк ҡәҙерле беҙгә,
Тыныслыҡ булһын бар ерҙә,
Һуғыш булмаһын бер ҙә!