Бөтә яңылыҡтар
конкурстар
1 Ғинуар 2021, 02:00

КҮҢЕЛДӘН СЫҠҠАН «ЙӨРӘК ҺҮҘЕ»

Үткән йома көндө 3-сө Башҡорт Республика гимназия-интернатында Башҡорт теле көнөнә арналған “Йөрәк һүҙе” тип исемләнгән “Йырлайым халҡым өсөн” тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсы булды.

Үткән йома көндө 3-сө Башҡорт Республика гимназия-интернатында Башҡорт теле көнөнә арналған “Йөрәк һүҙе” тип исемләнгән “Йырлайым халҡым өсөн” тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсы булды.


Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә үткәрелгән сарала ике төркөмдә уҡыусы балалар парлашып та, ата-әсәләре менән дә сығыш яһаны.

Бәйгене гимназия директоры Фәһим Боҫҡанов асты.

- Бик матур сара. Туған телде һәр кем яратырға тейеш. Үҙ теле аша кеше мәҙәниәтен, тарихын өйрәнә һәм уға ҡарата һөйөү, ихтирам булдыра. Барлыҡ бәйгеселәргә лә уңыштар теләйем, артабан да үҙ телендә шиғыр һөйләүселәребеҙ артыр, тип уйлайым, - тине Фәһим Фәрғәт улы.

Һәр сығышты тыңлағандан һуң рухлы шәхестәр булараҡ тәрбиәләнгән үҫмерҙәребеҙ байтаҡ икәнлеге күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Баһалама ағзалары сарала ҡатнашыусыларҙың әҫәрҙе башҡарыу оҫталығына, үҙҙәрен сәхнәлә тота белеүенә, һайланған теманың актуаллегенә иғтибар итте. Гимназия таланттары башҡарыуындағы йырҙар менән үрелеп барған конкурста еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булманы.

1-се төркөмдә урын алыусылар:

1-се урын – Наҙгөл Дәүләтшина;

2-се урын – Айсинә Ҡоланшина менән Алина Хәмитова, Юлий Толкунов менән Зилә Сөләймәнова;

3-сө урын – Эдуард Солтанбаев менән Гүзәл Әхмәтова, Гөлназ Әҙеһәмова менән Азалия Ғәлиева.

2-се төркөмдә урын алыусылар:

1-се урын – Сәлимә атаһы Ғәли Әбсәләмов менән;

2-се урын – Венер, Лилиә Хәлитовтар ҡыҙҙары Гүзәл, Гөлназ, Наҙгөл менән;

2-се урын – Рәзилә Ибраһимова, Данис Исмәғилов уҡытыусылары Руша Солтанғолова менән;

3-сө урын – Динә Төркмәнова менән Ильвина Тажетдинова, Диана һәм Регина Байназаровалар, Әлфизә Төркмәнова менән Линар Хоҙайбирҙин һәм Тимур Ҡәҙерғәлин.

Ҡала ҡоролтайы башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова һәр сығыш яһаусыға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.

“Йөрәк һүҙе”нә “Юшатыр” ҙа буш ҡул барманы. Редакциябыҙ махсус бүләкте матур сараны ойоштороусыларҙың береһе, үҙе лә шиғри күңелле кеше Земфира Ирек ҡыҙы Усмановаға тапшырҙы. Һәр саҡ гәзит менән теләктәшлек иткәне өсөн уға рәхмәт әйтте.

Бәйгеселәрҙең барыһына ла ҡатнашҡандары өсөн дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Был конкурста балалар үҙҙәренең һәләттәрен асып ҡына ҡалманы, ә сығыштары менән тиңдәштәрен матур шиғри әҫәрҙәр өлгөләре менән таныштырҙы, күңелдәргә матурлыҡ өҫтәне. Бигерәк тә, ата-әсәләрҙең дә сарала ҡатнашыуҙары байрамды тағы ла күркәмерәк, мәртәбәлерәк итте.
Читайте нас: