Все новости
конкурстар
9 Февраля 2021, 15:00

Ятҡан таш шымармай

Һөнәри оҫталыҡ буйынса "Йыл уҡытыусыһы - 2021" муниципаль оҫталыҡ конкурсы ла тамамланды. Ҡыҙыҡлы ла, сәмле лә үткән конкурс йомғаҡтары буйынса төрлө номинацияларҙа еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.

«Көйөргәҙе районы муниципаль район йыл уҡытыусыһы– 2021» конкурсы еңеүсеһе: Ермолаево ауылы 2-се урта мәктәбенең технология уҡытыусыһы Вячеслав Семенов.
1-се урын – Айһылыу Таймасова, Бахмут ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы;
2-се урын – Айгөл Абукаева, Аҡһары мәктәбенең биология уҡытыусыһы;
3-сө урын - Лилиә Идиәтуллина, Ермолаево ауылы 1-се урта мәктәбегең физкультура уҡытыусыһы.
Номинацияларҙа еңеүселәр:
«Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһында - Гөлдәр Мырҙағолова, Бөгөлсән мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы;
«Йәш уҡытыусы» һәм «Тамашасы һөйөүе призы» номинацияларында - Зөлфирә Билалова, Яҡшымбәт урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;
"Еңеүгә ынтылыш өсөн" номинацияһында - Ләйсән Сидюкова, Бөгөлсән урта мәктәбенең информатика һәм математика уҡытыусыһы.
Тулы материал 12-се һанда баҫылып сыҡты.
Читайте нас: