Все новости
конкурстар
17 Февраля 2021, 12:19

Ҡанатланып ҡайттым

Таһир АБДУЛЛИН, Гран-при һәм “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булыусы:- Йәштәр өсөн үткәрелгән “Көйөргәҙе батыры – 2021” һәм “Һылыуҡай 2021” конкурсы ныҡ оҡшаны. Был бәйгелә ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Үҙем өсөн күп асыштар алдым, дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым саранан. Шулай уҡ яңы дуҫтар, дәртле кешеләр менән танышып, дуҫлашып та алдым.

Таһир АБДУЛЛИН, Гран-при һәм “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булыусы:
- Йәштәр өсөн үткәрелгән “Көйөргәҙе батыры – 2021” һәм “Һылыуҡай 2021” конкурсы ныҡ оҡшаны. Был бәйгелә ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Үҙем өсөн күп асыштар алдым, дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым саранан. Шулай уҡ яңы дуҫтар, дәртле кешеләр менән танышып, дуҫлашып та алдым.
Бәйгелә ҡатнашырға ауылыбыҙ мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Гөлшат апай Хәйбуллина дәртләндерҙе һәм әҙерләне. Миңә ышанғаны өсөн уға ҙур рәхмәтлемен. Ҡурайҙа уйнауҙы иҫемә төшөрөргә ярҙам итәкәне өсөн Сәлим ағай Әбсәләмовҡа ла рәхмәтлемен. Шулай уҡ миңә ныҡлы терәк булған әсәйем менән атайыма рәхмәттәрем сикһеҙ. Әсәйем менән өйҙә лә йыш ҡына репетициялар яһап торҙоҡ. “Юшатыр” гәзитенең дә мине юғары баһалап, үҙ бүләген тапшырыуы ҡыуандырҙы. Рәхмәт.
Тулы материал 14-се һанда сыҡты.
Читайте нас: