Все новости
конкурстар
17 Февраля 2021, 12:53

Барыһы ла ышанды

Рузана СЫНБУЛАТОВА, “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булыусы:- Яҡшымбәттә "Йондоҙсоҡ" өлгөлө бейеү түңәрәгенә 9 йыл йөрөйөм. Был һәләтем сәхнәлә сығыш яһауыма ҙур ышаныс булды. Яҡшымбәт мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Гөлшат Хәйбуллина миңә өмөттәр бағлауына рәхмәтлемен.

Рузана СЫНБУЛАТОВА, “Юшатыр” гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булыусы:
- Яҡшымбәттә "Йондоҙсоҡ" өлгөлө бейеү түңәрәгенә 9 йыл йөрөйөм. Был һәләтем сәхнәлә сығыш яһауыма ҙур ышаныс булды. Яҡшымбәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлшат Хәйбуллина миңә өмөттәр бағлауына рәхмәтлемен. Шулай уҡ мәҙәниәт усағыбыҙ хеҙмәткәре Фидан Булатовҡа, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы бейеүсеһе Рәсимә Миһрановаға, әхирәт ҡыҙҙарыма һәм атайым менән әсәйемә сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм. Улар барыһы ла миңә ныҡлы ышанды һәм ҙур ярҙамдарын күрһәтте. Алла бирһә, киләсәктә еңеүеҙәрем күп булыр әле.
Тулы материал 14-се һанда сыҡты.
Читайте нас: