Все новости
конкурстар
17 Февраля 2021, 12:25

Осоп ҡайттым

Гөлфиә ВАХИТОВА, Гран-при яулаусы:- “Һылыуҡай” конкурсынан осоп ҡайттым, тиһәм дә, хата булмаҫ. Һаман булһа ҡанатланып йөрөйөм. Минең Гран-при яулауымдың бик ҙур өлөшө әсәйем менән атайымдың хеҙмәте.

Гөлфиә ВАХИТОВА, Гран-при яулаусы:
- “Һылыуҡай” конкурсынан осоп ҡайттым, тиһәм дә, хата булмаҫ. Һаман булһа ҡанатланып йөрөйөм. Минең Гран-при яулауымдың бик ҙур өлөшө әсәйем менән атайымдың хеҙмәте. Улар минең һәр башланғысымды ла ҡеүәтләп, ярҙам итеп торалар. Ҡәҙерлеләремә рәхмәттәрем сикһеҙ. Шулай уҡ минең сығышымды ғәҙел баһалаусы жюри ағзаларына ла ҙур рәхмәт, минең өсөн ҡыуанып, ҡул сабып ултырған туғандарыма, ауылдаштарыма, көйәрмәндәремә лә рәхмәттәремде юллайым.
Киләсәккә пландарым да, хыялдарым да ҙур. Алла бирһә, тыуған районым исеменән республика бәйгеләрендә лә сығыш яһарға тип уйлайым.
Тулы материал 14-се һанда сыҡты.
Читайте нас: