Все новости
конкурстар
17 Февраля 2021, 12:05

Ҡубыу

Күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ итер, хатта төн йоҡоларын ҡасырыр, донъялағы иң гүзәл сара нимә ул? Әлбиттә, «Һылыуҡай» менән «Көйөргәҙе батыры» конкурсы.

Йома кисе томанлы булды, кеше күңеле һымаҡ, көн торошоноң да әллә ниндәй сағы, бер йылыта, бер һыуыта. Юл йөрөү ҙә аҙапҡа әйләнде, шулай булыуына ҡарамаҫтан, «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы шыпа тулды ла ҡуйҙы. Райондың ниндәй ауылынан иң батыр һәм матур егет-ҡыҙҙары ҡатнаша, барыһынан да ылау-ылау булып килгән дә ултырғандар. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтованың ауыҙы ҡолағына еткән, ултыра торғас, түҙмәне, янындағы район башлығы Юлай Ильясов яғына эйелеп:
- Күрәһегеҙме, халыҡ ниндәйҙер сараны ярата икән, уны сыбыртҡылап ҡыуып килтерергә кәрәкмәй, - начальник әллә нимәгәлер ишаралап әйтте, әллә былай ғына шатлығын белдерҙе.
Тулы материал 14-сы һанда сыҡты.
Читайте нас: