Ватанды һаҡлаусылар көнөнə арналған конкурсыбыҙ ҙа тамам (конкурс интернетта барҙы), 18 февраль теүəл 11 сəғəттə бəйгегə нөктə ҡуябыҙ тинек һəм ҡуйҙыҡ. "Атаһының балаһы"нда һəммəһе 8 ғаилə ҡатнашты. Был еңде, был еңмəне тип əйтергə тел əйлəнмəй, шулай ҙа кемделер айырып күрһəтергə, бүлəклəргə кəрəк.
Шулай итеп, беренсе урынды беҙ Таймаҫ ауылынан Юлдыбаевтарға бирергə ҡарар иттек - Илдар һəм уның улы Данис. Еңеүселəргə шылтыратып, ҡотлауыбыҙ булды, улар йəһəт кенə бүлəктəрен алырға килеп тə еттелəр. Балаҡайға тəтəй, ə атай менəн əсəйгə - сəғəт, эсендə фотолар өсөн рамкалар ҙа бар. Дүртəү. Юлдыбаевтар береһенəн-береһе матур, береһенəн-береһе аҡыллы ике бала тəрбиəлəйҙəр, дүртенсе рамка өсөнсө балаға тəғəйен, тинек.