Все новости
конкурстар
8 Июня 2021, 16:15

Ай да Пушкин, ай да маладис

Пушкиндың тыуған көнө тип, һылтау табып, конкурс үткәреп ҡалай шәп булды.

"Ай да Пушкин, ай да сукин сын", тип үҙен маҡтаған Шағир, шуның шикелле әле беҙ ҙә үҙебеҙҙе маҡтап ултырабыҙ - маладистар ҙа һуң. Бөйөк Шағир шиғырын тәржемә итергә 4 кеше йөръәт итте, дүртһенең дә шиғыры, һуйған да ҡаплаған, Пушкин үҙе. Бөгөн бөтәһен дә бергә йыйып, ҡотларға насип булды. Ҡотларға.... оло ҡунаҡ булды ла китте был. Рәхилә Сынбулатова менән Рәүеф Абдуллин тейәнгән дә килгәндәр, өйрәк, ҡымыҙ, ҡаймаҡ... Үҙебеҙҙә булғанды ла ҡушҡылап, табын ойошторғайныҡ, тиҙ генә тороп китеп булманы.
Өпәлән Рәүеф Тимерхән улы ғына бер ултырҙы, бер һикереп торҙо: давай, булды, ҡайтайыҡ. Һай өтәләү, өтәләү, ҡабаланма, Яҡшымбәт ҡасмаҫ, ултырайыҡ әле бер - туҡтатып ҡара һин ҡыҙған кешене. Оҙаҡ ултырҙыҡ, ихлас ултырҙыҡ, хәс ауылда ҡунаҡ йыйған йорт һымаҡ булып китте редакциябыҙ. Рәмзиә Аҙнабаева, Рәфилә Хәкимова, Рәхилә апай, Рәүеф ағай. Барыһы ла Р хәрефенә, беҙ, руссаға япһарып (Пушкин йыйҙы ла беҙҙе) Радость тигәнгә ишара тип ҡабул иттек быны.
Йырламанығыҙмы? Юҡ, ҡаланың уртаһында ултырабыҙ, тәҙрәләр асыҡ, "Һағынғандар сабыр була" тип һуҙһаҡ, бик аңламаҫтар кеүек тойолдо. Уның ҡарауы бер-беребеҙҙе яҡшы аңланыҡ. Йыр урынына Рәмзиәнең ҡыҙы Аделия, 5 йәшлек кенә балаҡай, рус телендә Урал батыр эпосынан өҙөк һөйләне. Ғәләмәт бала, ул хәтлене ятларға ҡайҙан килә был хәтер?
Альбина Искәндәрова ғына була алмай ҡалды. Бүләге редакцияла, мәле тура килгәндә, тапшырырбыҙ.
Оҙаҡ һаубуллаша алмай торҙоҡ, на посошок тип, рустар айырыла алмай бит, шулайыраҡ килеп сыҡты. Килгән ҡунаҡтар ҙа әйтеп ҡуйҙы: ҡалай рәхәт булып ҡалды. Рәхәт булды шул, рәхмәт һеҙгә, тәржемәселәр.
Әйткәндәй, был конкурс уйламағанда килеп сыҡты ла, Рәүеф Тимерхан улы арҡаһында. Ул "минең тыуған көн, Пушкин да шул көндә тыуған, әйҙәгеҙ, конкурс үткәрәйек, бүләген үҙем бирәм" тине. Бындай тәҡдимдән алйот ҡына баш тартыр. Конкурс булды. 4 кеше конкурсант булды. Бөтәһе лә бүләкле булды. Рәхмәт, Рәүеф Тимерхан улы. Был урында телгә ошо һүҙ генә килә: ай да Рәүеф, ай да маладис.
Читайте нас: