Все новости
конкурстар
11 Июня 2021, 15:22

Йәшәй-йәшәй аңларһың

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_51163 Эльза Әлимбаева, Бахмуттан. Беҙҙең "БЫНА МИНЕҢ МАШИНАМ" конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булғайны. Бөгөн килгән. Әсәһе менән.

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_51163 Эльза Әлимбаева, Бахмуттан. Беҙҙең "БЫНА МИНЕҢ МАШИНАМ" конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булғайны. Бөгөн килгән. Әсәһе менән. Трактор яратам тип яҙғайны, ҡыҙ бала бит, тракторға кәрәк-яраҡ алып бирергә ҡыйманыҡ, башҡа бүләк таптыҡ. Оҡшатты ахры. Бындай бүләктәр үҙ ғүмереңдә күп булыр, йәшәй-йәшәй шуны аңларһың, иң ҙур бүләк: атай-әсәйеңдең, туғандарыңдың иҫән-һау булыуы тип әйттек, ана шул бүләктән айырмаһын. Бәхетле бул, балаҡай.
P.S. Ҡалған еңеүселәрҙе көтөп ултырабыҙ.
Читайте нас: