Все новости
конкурстар
3 Июля 2021, 11:43

Тек-тек итеп кенә

Текелди сәгать телләре,Текелди тек-тек кенә.Сәгать суга, гомер уза,Тек-тек-тек итеп кенә.

Оҙаҡ көттөк был бүләкте бирәйек тип, Альбина Искәндәрова тиҙ генә килеп ала алманы. Кабинетта текелдәп тик ятты бүләк- сәғәт, уның тауышы конкурста еңеүсебеҙҙе оноттормай, иҫкә төшөрөп торҙо. https://yshatir.rbsmi.ru/articles/konkurstar/Ay-da-Pushkin-ay-da-maladis-826268/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=33983974
Хәйер, Альбина һымаҡ кешене онотоу мөмкинме, уның яҙғандарын гел һоҡланып уҡыйбыҙ (Яҡуп ауылы төркөмөндә), яҙыуында ҡулланған сағыштырыуҙар, эпитет, метафора, һөйләмде төҙөү... Көнләшеп киттек, ижади кеше һәр саҡ башҡанан көнләшә, нимәһен йәшерергә? Бер Яҡупта булғанда әйттек тә: шәп яҙыусы һин, йәл, ҡаланан йыраҡ йәшәйһең, Юшатырҙа эшләһәң, бөтәбеҙҙең дә танауына сиртә инең.
...Сәғәтебеҙ яңы барып етте Альбинаға. Йырҙағыса, ғүмеребеҙ ҙә сәғәт шикелле, текелдәп кенә үтә, шәп йөрөй (хет, тот та, туҡтатып тор). Текелдәп, иҫкә төшөрөп тора, бына бер секундың үтте, минутың, сәғәтең, йылың... Алдағы ғүмерең яйлы ғына, боҙолмай, яңғылышмай, тек-тек итеп кенә барһын, Альбина. Ҡотлайбыҙ!
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: