Все новости
конкурстар
4 Сентября 2021, 12:10

Һыйырҙар

Бөгөн "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы, исеменә тап килеп, күпкә йәшәреп киткәндәй булды. Шулай булмай, Физкультурник көнөн билдәләйҙәр бит, физкультураны үҙ иткән гәрсә халыҡ ошонда. Спорт - көс, дәрт, сәм, таҫыллыҡ ҡына түгел, йәшлек тә ул.  Сараны Кино төркөмөнөң "Группа крови" йыры менән башлау ҙа ҙур мәғәнәгә эйә ине, буғай, быны бик аңламағандарға район башлығы Юлай Ильясов төшөндөрөп бирҙе:

Һыйырҙар
Һыйырҙар
- Спорт  - ул кәрәш, йығылаһың, тағы тораһың, бирешмәйһең. Тормошта ла шулай, бер яҡтан һуғалар, икенсе яҡтан бәрәләр, ә һин ялтанаһың, ҡаршы һуғышаһың, түпәҫләһәләр ҙә, тороп, ҡағынып, артабан китәһең.
Байтаҡ спорт һөйөүселәр, волонтерҙар, һикергән, ырғыған, күтәргән, төшөргәндәр бүләктәр алды. 
"Рим-Шәфҡәт тур" туристик агенствоһы менән берлектә иғлан ителгән конкурсҡа ла ошонда йомғаҡ яһалды. Урал Нуриевтан Яңы Таймаҫ мәктәбе уҡыусылары (етәксеһе Раил Араптанов) туристик путевка алды, Юшатыр гәзите Илкәнәй уҡыусыларына (етәксеһе Гөлдәр Шәмсүтдинова) алты кеше ятып йоҡларлыҡ палатка бүләк итте. 
Барыһы ла һыймаҫ унда? Илкәнәйҙәрҙең күңеле киң - һыйырҙар. 
Тулыраҡ материал киләһе һанда булыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: