Все новости
конкурстар
20 Ноября 2021, 11:18

ӨЛӘСӘЙЕМ ҠУЛДАРЫ

КОНКУРСҠА https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_63089  Әнейем - Разифа, мине яҡты доньяларға тыуҙырғас мәрхүм булған... Шөкөр, Күмертау дауаханаһында оҙаҡ йәтимлек кисереп ятырға тура килмәгән. Әнейемдең әнейе, Тайфа өләсәйем, Әхмәҙи олатайым менән ҡалаға килеп, врачтарҙың: "Әле айлыҡ ҡына бит, алмай тороғоҙ, 2 айы тулһын инде",- тип өгөтләүҙәренә ҡарап тормайынса, үҙҙәренә алып ҡайтып китәләр...  

ӨЛӘСӘЙЕМ ҠУЛДАРЫ
ӨЛӘСӘЙЕМ ҠУЛДАРЫ

Сабый ғына килеш ауылға алып ҡайтҡас, күрше Рауза инәй Мөхәмәтйәнова, минән 6 көнгә генә алдан тыуған ҡыҙы Гөлназдан күкрәк һөтөн арттырып, оҙаҡ ваҡыт мине лә имеҙеп йөрөгән. Үҙ әнейемдең юҡлығын 7 йәшем тулғансы белмәй, уны фотонан күреп, апайым икән тип уйлап, өләсәйемдең наҙлы ҡулдарында иркәләнеп, уны Әнейем, тип үҫтем. Улар биргән наҙ, йөрәк йылыһы, рәхәтлек, етешлек бер нимә менән дә әнейем юҡлығын белдермәне. Һаулығым ныҡлы булмағас бик йыш больницаларҙа ятырға, күп тикшеренеүҙәр үтергә тура килде, ләкин өләсәйем бер тапҡыр ҙа уфтанмай, төн йоҡоларын йоҡламай эргәмдә булды, илай-илай доғаларын уҡып, мине шифалы ҡулдары менән һыпырып, Аллаһы Тәғәләнән ғүмеремде һорап ултырҙы... Олатайым һәр ваҡыт күтәреп кенә йөрөтөр ине, уның мине яратып "Алмамды", "Хөрмәмде" тигәндәре һаман да иҫемдә.... Мәктәп йылдарында, бигерәк тә ҡыш көндәре, өләсәйем, иртәрәк тороп мейес яғып, өйҙө йылытып, тәмле сәйҙәр яһап, йомшаҡ, наҙлы ҡулдары менән башымдан һыйпап уятыуҙары, матур итеп кейендереп, мәктәпкә оҙатыуҙары... Олатайымдың мәктәптән ҡаршы килеп алыуҙары, өйгә ҡайтып инеү менән өләсәйемдең татлы ҡулдары бешергән тәмле аштарының еҫе ҡаршы алыуы, әле булһа ла онотолмай, күңелемде йылытып тора. Йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен, ауылға, тыуып-үҫкән йортома ҡайтып, башымды иңдәренә ҡуйып әйтер инем.... Тик хәҙер ҡайтып керер ишектәр бикле, һағынып көтөп, ҡаршы алып тороусы олатай, оләсәй юҡ шул, мәңге ҡайтмаҫлыҡ ергә киткәндәр.... Шулай ҙа уларҙың йәндәре мине ишетер, күрер, миңә риза булырҙар тип ышанаһы килә....
Гөлсәсәк Аҙнабаева, Күмертау ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: