Все новости
конкурстар
21 Ноября 2021, 12:39

Иркә һүҙҙе күп ишетмәһәк тә...

Беҙ үҫкән саҡта әсәйҙәр балаларына артыҡ иркәләү күрһәтмәне шикелле. Һәр хәлдә совхоз фермаһында һауынсы булып эшләүсе әнейемдең туғыҙ балаһын башынан һыйпап ултырырға ваҡыты ла булмағандыр тип уйлайым. 

Иркә һүҙҙе күп ишетмәһәк тә...
Иркә һүҙҙе күп ишетмәһәк тә...

Күп йылдар көнөнә өс тапҡыр яҙлы-көҙлө, йәйен-ҡышын эрзинкә итектә ферма юлын тапаны ул. Ҡул менән 20-21 һыйыр һауыу еңелдән түгел... Өшөгән ҡулдарын өйгә ҡайтҡас, мейескә ҡуйып йылыта алмай баҫып торғанын оноторлоҡ түгел... Йылы фермалар, машина менән һауыуға әҙ генә эләгеп ҡалды ул. Ярҙам итәбеҙ тип беҙ ҙә йөрөнөк фермаға: дүрт-биш һыйыр һауып ҡайтһаҡ та, әнейемә ярҙам бит. Шырышып бөткән, ваҡытынан алда ҡартайған ҡулдарына ял биреү өсөн йөрөнөк.
Шулай ҙа әсәм ҡулдарына бәйле бер мәл иҫтә ҡалған. Бәләкәй инем әле. Ауырып киттем. Нимәм ауыртҡанын хәтерләмәйем. Еңелерәк булһын типтер, ишек алдына йәшел үләнгә юрғанға сығарып ятҡырҙылар. Көн матур, ҡояшлы, ә мин ятам... Тороп йүгерге килә... Мыжыйымдыр инде. Әнейем миңә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөнө лә юҡ булды. Ҡурҡыуға ҡалдым... Тик оҙаҡ түгел - ҡапҡанан әнейем күренде. Ҡулында ниҙер бар. Ауыртыуҙарымды онотоп сабыр ғына көтәм. Ә ул яныма килде лә ғүмер буйы онотолмаҫ уйынсыҡ тотторҙо: ҡулына бал мискәһе тотҡан айыу! Әҙ генә йығылтһаң үкерә үҙе! Шатлыҡтың сиге юҡ! Уйынсығын бирҙе лә, башымдан һыйпаны, йыуатып арҡамдан һөйҙө. Тәрбиә күрмәгән ҡулдарҙа шул тиклем йылылыҡ, наҙ һәм яратыу тойҙом мин. Үҙем олоғайып барһам да, һис онотолмай шул көн! Бала хаҡына, хәлен еңеләйтер өсөн ваҡытын да, аҡсаһын да, сараһын да тапҡан әнейем. Иркә һүҙҙәр күп ишетмәһәк тә, әсә наҙын, әсә һөйөүен тойоп үҫтек. Сөсөләнмәй генә хеҙмәтте яратырға, тырышлыҡ менән йәшәргә өйрәттеләр. Яратып иҫкә алабыҙ, ятҡан ерҙәре тыныс булһын!

Ләлә Икбаева, Күмертау ҡалаһы

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: