Все новости
конкурстар
24 Ноября 2021, 17:11

Әсәйҙәр бер генә

Уларҙың ҡәҙерен беләйек. 

Әсәйҙәр бер генә
Әсәйҙәр бер генә

Алда йылы яҙҙар, көткән ялдар тора,
Ҡайтырмын мин, әнәй яныңа
Ҡайтырмын да әнәй яндарыңа
Һыйынырмын наҙлы ҡосаҡҡа.

Эй, туйғансы һыйыныр инем,
Ирер инем йылы ҡосаҡта.
Һөйөр инең мине, йыуатырһың
Ҡайғыларымды уртаҡлашҡанда.

Башҡайымды устарыңа һалып
Илар инем, әнәй, ныҡ үкһеп.
Күңелемдә булған ҡайғыларҙы
Йыуата алыр инең тик һин. - тип, студент саҡта яҙған шиғырҙарымдың береһе. Ябай ғына һүҙҙәрҙә, күпме мәғәнә. Был юлдарҙы, күбеһе аңлар. Баласаҡтан уҡ әнәйемә ныҡ бәйләнгән инем. Серҙәшем дә, дуҫым да, кумирым да, әхирәтем дә – ул әнәйем булды. Бер ҡасанда оҙаҡҡа бер ҡайҙа ла бара алманым, сөнки шул тиклем әнәйемде һағындым. Үҫеп еткәс, уҡыу йортона ингәс, ни тиһәңдә, тыуған йорттан айырылып китергә тура килде. Беренсе ваҡытта шул тиклем күңелһеҙ, һағындыра. Йыш шылтыратып иламһырай торғайным. Башҡалар әсәйһеҙ көн күрә алһалар ҙа, мин булдыра алманым. Ныҡ аптырай торғайным, нисек әсәйгә шылтыратмай йәшәмәк кәрәк, ҡайһыларҙың хатта өйгә ҡайтҡыһы килмәй ятаҡта тороп ҡалалар. Мин инде, ял булыу менән тыуған ауылыма, әнәй-атай янына ҡайта һалырға ашҡындым. Кире барыр көндө иң һуңғы такси, йә иһә автобусты һайлап, мышылдай – мышылдай юлға сығыр инем. Шулай ҙа, үҙемде еңеп, түҙергә тура килде. Һәм мин түҙҙем. Биш йыл.
Әнәйем минең шул тиклем түҙемле, тыйнаҡ, аҡыллы, изге йөрәкле, киң күңелле, тырыш ҡатын. Уның тормош юлы хаҡында тулайлы китап яҙырға мөмкин. Ҡатмарлы, ҡыҙғаныс, борма-борма юллы... Бәләкәйҙән етем ҡалып, былай ҙа алты бала үҫтергән инәһе ҡарауына алына. Ҙур ғаиләлә үҙһә лә, үҙенең бер туған бер кеме лә башҡа булмай. Буш ваҡытында һәр ваҡыт ҡулында китап була әнәйемдең. Мәктәп китапханаһының барлыҡ китаптарын уҡып бөтә һәм шул изге китаптар менән ғәҙел, аҡыллы, тәртипле булып еткән ҡыҙ булып үҫә. 8-се синыфтан һуң Өфө ҡалаһының медицина училищеһына уҡырға инеп, ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, Кинйәбәй ауылына фельдшер булып эшкә ебәрәләр. Бында иһә, атайым менән танышып, өйләнәшеп, 4 бала үҫтерәләр. Бала –саҡ хыялы – күп бала үҫтереү. Иң мөһиме, балалар йортонан баланы тәрбиәгә алырға. Барыһы ла тормошҡа аша. Кескәй ҡыҙҙы үҙ балаһы кеүек күреп үҫтерә. Эшен иһә әнәйем ныҡ ярата. Көнмө, төнмө ҡарап тороу юҡ, ауырып китеп ауыл халҡы ярҙамға саҡырһа, шунда уҡ ауыр, ҙур сумкаһын тотоп яндарына ашҡына. Эйе, был уның бурысы, шулай ҙа, уның өсөн ял көнө лә ял, эштән һуңғы ваҡытта үҙең өсөн түгел. Шулайҙа, яратҡан эшенә 37 йыл ғүмерен бағышланы. Буш ваҡыты бик аҙ булыуына ҡарамаҫтан, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡтар, төрлө бәйләм бәйләргә бик оҫта. Аш-һыуҙы ла, һә тигәнсе бешереп ҡуя. Әле лә, ҡулынан китап ысҡындырмай. Ауыл “Аҡ инәйҙәре” ағзаһы, байрамдар ойошторорға, конкурста ҡатнашырға тура килһә, тырышып репетицияларҙа ҡатнаша, боронғо йолаларҙы, йыр, шиғырҙарҙы эҙләп яҙа.
Ауыл халҡы бар яҡлап хөрмәт итә әнәйемде. Кешене тыңлай белеү үҙе бер яҡшы сифаттарҙың береһе. Халыҡтың борсоған һорауҙырана дөрөҫ итеп яуап биреү, кәрәк саҡта тынысландыра, уңайлы итеп әйтә биреүен дә белергә кәрәк бит. Ысынлап та, хәҙер инде үҙем әсәй булдым. Әнәйемдең әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре һәр ваҡыт дөрөҫ икәнлегенә тамам ышандым. Һәр бер уйы, башҡарған эше, кәңәще, теләге – барыһы ла дөрөҫ. Ҡәҙерен беләйек әсәйҙәрҙең.
Мин әнәйемде ныҡ яратам. Уға Аллаһы Тағалә һаулыҡ, алдағы тормошонда, эшендә уңыштар ғына яуҙырһын. Беҙ әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн, изгелеген тик ошо Әсә көнөндә генә түгел, ә көн һайын хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Йырҙа йырланғанса, әсәйҙәр бер генә, уларҙың ҡәҙерен беләйек, уларҙы яҡшы эштәребеҙ, тәртипле-тәүфиҡлы булыуыбыҙ менән ҡыуандырып йәшәйек! Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа әсәйле үҫһендәр!
Гөлназ Егорова, Павловка ауылы.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: