Все новости
конкурстар
1 Декабря 2021, 09:27

Өләсәй рухы шат булһын

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_63330 Был матур апайыбыҙ үҙебеҙҙеке, уны нисәмә йылдар беләбеҙ, шунса ваҡыт ул беҙҙең тоғро уҡыусы, тәнҡитсе, кәңәшсе. "Юшатыр"ҙың бүләктәрен дә йыш ота, юрый оттораһыҙ әллә - юҡ, яҙмыш шулай ҡуша ла ҡуя, беҙ аптырайбыҙ, беҙгә ҡушылып, апай үҙе лә аптырай. 

Өләсәй рухы шат булһын
Өләсәй рухы шат булһын
Гөлсәсәк Аҙнабева. Автомобиль саң һурҙырғысын отто бер йылы, торараҡ - мендәр, аҙаҡ - салат һауыттары. Бына бөгөн йәнә бер бүләгебеҙ уның өлөшөнә төшкән. Тик бына ул отманы, өләсәһе тураһында бик йөкмәткеле, илап уҡырлыҡ хәтирә яҙғаны өсөн алды.
-  Һеҙ иғлан иткән конкурс миңә этәргес кенә булды, әллә ҡасандан уйлап йөрөгән уйҙарҙы ҡағыҙға теҙҙерҙе. Хатым баҫылғас, күп кеше шылтыратты, һеҙҙең төркөмдә күпме кеше матур-матур комментарийҙар яҙҙы. Өләсәйемдең рухы бик шат булғандыр. 
Һеҙ бүләк иткән саңһурҙырғыс һаман эшләй, хужалыҡта ҡулланырға бик ярап ҡалды, мендәрегеҙгә киленемде баҫтырҙым. Салат һауыттарына салаттар һалған һайын, һеҙҙе иҫкә төшөрәм, был бүләгегеҙ ҙә фатирымда иҫтәлекле ҡомартҡы һымаҡ булыр. 
Кешене ҡыуандырыу (Гөлсәсәк апайҙың хаты ла нисәмә кешене шатландырған!) - ошонан да шәберәк хис була аламы? 
Өләсәйҙәрҙең рухтарын шатландырып ҡына йәшәргә яҙһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: