Все новости
конкурстар
3 Декабря 2021, 10:54

Әсә бәхете

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_63478   - Һеҙҙең конкурс арҡаһында әнейемде күпме кеше иҫкә алды, матур итеп хәтергә төшөрҙө. Үтә иртә китте..., - Фируза апай күҙҙәрен һөртә, - алты бала менән бер үҙе тороп ҡалғайны, эшкә таң һарыһынан китә, фермаға өлгөрмәйем тип, мине - бәләкәй генә баланы уята, ҡыҙым, икмәкте баҫып ҡуй әле.... Минең хатым, уға ҡарата тыуған башҡа күптәрҙең хистәре әнейемә лә барып еткәндер, барыһына ла рәхмәттәр әйткәндер. 

Әсә бәхете
Әсә бәхете
Әсәнән күргән - тун бескән, Фируза Рәхмәтуллина беҙгә үҙе баҫҡан, үҙе бешергән икмәк алып килде - Мораптал икмәге, әйтәм, килеп кереү менән бүлмәгә тәмле еҫтәр таралды - ауыл икмәге еҫе, бала саҡ еҫе. 
- Икмәкте ҡулдан тартып алалар, ысын икмәк бит ул, Морапталдан тыш, Яманғол, Яманһарыға ла алып барып һатабыҙ. 
Янында матур ғына ҡыҙы - Айгөл баҫып тора, гел йылмая үҙе, әсәй янында, һин ниндәй ҙур үҫһәң дә, күңелле, рәхәт. 
Ҡулдырығыҙҙың игелен күреп, рәхәт тормошта ғына ғүмер итергә яҙһын һеҙгә, Фируза апай, әсә бәхетен оҙаҡ итеп татып йәшәгеҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: