Все новости
конкурстар
3 Декабря 2021, 16:38

Тәмле булһын

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_63430 Тап ошондай ҡатындар иңендәлер ул донъя. Ләлә Икбаеваны әйтәбеҙ, тынғыһыҙ, һәр нимәгә үҙ ҡарашы бар апайыбыҙ ул. РПЛИ-ла тәрбиәсе, кем белмәй, хәйер, уны белмәгәндәр беҙҙең арала бармы икән? Бүләгебеҙ төрлө биҙәкле ине, еләклене һайланы Ләлә апай, еләк һымаҡ ике ҡыҙым бар, тип аңлатты был аҙымын. Ә беҙ "Үҙем дә еләк кеүек" тип әйтер тип көткәйнек, ысынында шулай ҙа. 

Тәмле булһын
Тәмле булһын
- “Юшатыр” әленән-әле яңы һәм төрлө конкурстар ойоштороуы менән беҙҙе ҡыуандырып тора. Әлеге конкурста ла беҙҙең мәрхүм әсәйҙәребеҙ хаҡында иҫтәлектәребеҙҙе яңыртырға мөмкинселек биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ауыр заманда бирешмәй, тырышып эшләүегеҙгә ҡыуанабыҙ. Киләсәктә лә халыҡ менән бергә булып, ғүмерегеҙ оҙон булһын.
Амин, шулай булһын. Өҫтәп әйтәбеҙ: еләктәй ғүмерҙәребеҙ оҙаҡ һәм йәмле, тәмле булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: