Все новости
конкурстар
3 Декабря 2021, 16:50

Туғайҙағы тамаша

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС! Бөгөн яңы конкурс асабыҙ, быныһы телсән, әҙәбиәтте яҡшы белгән, лексикаһы бай булғандар өсөн. Бөтәгеҙгә лә таныш ул - ниндәйҙер хикәйә яҙаһың, барлыҡ һүҙҙәр ҙә бер хәрефтән башланырға тейеш. Еңеүсене, әлбиттә, бүләкләйбеҙ. Конкурсты Рәхилә Сынбулатова аса. "Т" хәрефе менән.

Туғайҙағы тамаша
Туғайҙағы тамаша

Тынғыһыҙ тракторсы Тимерхан Тимербаевич Теүәлбаев таң тишегенән тороп, тракторына тимерлектә тапатҡан туғыҙ тығыҙ тигеҙ тешле тырмаһын таҡты. Тыңлаусан тоғро Туҡтабикәһе, тәғәм тултырған тоҡсайын тотоп, тупһала тапанып торҙо. Тимерхан тракторсы техникаһын тырылдатып, Тутыялар тыҡрығынан Турайғыр туғайына туралап төштө. Тәңгәлдән, тарантас тәгәрмәстәрен тигеҙ тәгәрләтеп, тимерсе Тайфур типһәндәге тимерлегенә тертелдәне. Тракторсы Тимерхан Турайғыр туғайына туралап төшкәндә, тирәлә томан тарала төшкәйне. Талдарҙан тамсылар тыпылдап тамғылап тора. Таңғы тылсымлы тынлыҡты тирбәлтеп, туҡтамаҫ тартай тартылдай.
Тимерхан тракторсы Турайғыр туғайының татырлы тупрағын тырышып тигеҙләп тырматты, тал тамырҙарынан таҙартты. Тырматыуын тамамлап, тимерлектә тапатҡан туғыҙ тығыҙ тигеҙ тешле тырмаһын таҙартып торғанда түрә Талип Таймаҫович Талмаҫов туғайға төштө. Тыржыҡ танаулы тыңҡыш Талип - Тимерхандың тиҫтере, типә-тиң туп типкән тиңдәше. Тик Талип – тикшереүсе түрә, Тимерхан – тракторсы, тимәк, теләйме-теләмәйме Талмаҫовтың талаптарын тыңларға тейеш. Түрә тигәне, техника тапҡырында туҡтап, туғайҙы талапсан тикшереп, тракторсы Тимерханға тупаҫ текләне. Теүәлбаев тракторының тупһаһына терәлеп тороп, тәмәке тоҡандырҙы. Тоҡсайын тағатып, терһәгенә таянып, туҫтаҡтағы татлы танһыҡ тәғәмен тамшанып тәмләне.
Тик Талапсан Талип түрә Талмаҫов туғайҙың тигеҙлеген тикшергәс, тракторсы Тимерханға тағы тупаҫ тимтәлде, тапҡыр табып, тура талаптарын теҙҙе. Тик тракторсы Тимерхан Теүәлбаев тупаҫ түрәнең тәнҡитен тыңларға теләмәне. Түрә талабынан тайпылманы: “Туралыҡ туғанға тиң түгел”, - тип татылданы. Тракторсы Тимерхан тынысһыҙланды. Тик түрәнеке түрҙә, тиҙәр. Тракторсы тағы тир түгергә, трактор торбаһын туҡтауһыҙ төтәтеп, туғайҙы төшкә тиклем тырышып тигеҙләргә, тырматырға тейеш. Түҙгәнгә – түш, теләмәгәнгә – теш, ти тапҡырҙар. Тамаша!
Рәхилә Сынбулатова, Яҡшымбәт ауылы 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: