Все новости
конкурстар
4 Декабря 2021, 11:48

Конкурсҡа: Туғайҙағы тракторсы тамашаһы

Тимерйән тигән тракторсы, тура тартып тракторын, тырылдатып туғайға тайҙы. Туғайҙа Тимерйән тумыртҡа, торна, тартай тауыштарын тыңланы. Тыңлай торғас, тракторы тырҡылдап туҡтаны, тик торғанда! Туғайҙағы тамашаға, тәбиғәткә, тауҙарына, талапсан тексәйеп тыңлап торҙо. Туғайҙағы тамашаны телефонына төшөрҙө, тауҙарҙы, туғайҙарҙы, торна, турғайҙарҙы төшөрҙө.

Конкурсҡа: Туғайҙағы тракторсы тамашаһы
Конкурсҡа: Туғайҙағы тракторсы тамашаһы

Тора торғас тиләшкәһенә тупраҡ тейәргә теләге тыуҙы. Тимерйән тупраҡ тейәп,тиләшкәһе тулғас, тәпишкәһенә тулған тупрағын түгеп, тракторын тырылдатып, туғайҙан Тубинга тайҙы. Тупрағын түтәлгә таратып тигеҙләп, тауыҡтар типмәһен тупраҡты тип, тауыҡтарҙың тамағын туйҙырҙы. Тауыҡтар туйҙы, түтәл тулды, Тимерйән тамаҡ туйҙырырга теләне. Тәнзиләһенән тәрилкәгә тултырылган тауыҡ тейҙе Тимерйәнгә. Тамаҡ туйҙы, тышҡа тағы тайҙы. Тағы туғайға тайырға теләне, тайыр ине, Тәнзиләһе: Тороп тор! Төн төшөр, туҡта, - тип туҡтатты Тимерйәнде. Тимерйән тыңланы, туғайға тайманы, түтәлгә тупраҡ тултырҙы. Тағы Тәнзилэһе Тимерйәнгә телевизорзан тере тупраҡ тураһында телепередача тыңлатты. Туғайҙағы тамашам тамам.

Разида Назарова (Байтурина), Баймаҡ ҡалаһы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: