

Унда районыбыҙ исеменән Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре – Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы менән Миңзәлә Ирек ҡыҙы ҡатнашты. Улар беҙҙең шәлдәрҙең матурлыҡ серҙәрен асып һалып, халҡыбыҙҙың оҫталары тураһында һөйләнеләр. Һығымтала Гүзәлиә Сәғитова (Кинйәбай ауылы), Зарима Боҫҡанова (Ҡотлоюл ауылы), Миңйыһан Йәмилова (Яманһары ауылы), Миңлекамал Фәйзуллина (Шәбағыш ауылы), Миңзәлә Йосопова (Зәк-Ишмәт ауылы) “Һөнәри оҫталыҡтары һәм башҡорт шәленең йоларын үҫтергән өсөн” исемле дипломдар менән бүләкләнделәр. Районыбыҙҙың иң оло оҫтаһы - Ғилминур Һөйәрембәтова “Иң яҡшы биҙәкле шәл” номинацияһында еңһә (Шәбәғош ауылы), “Республика халыҡ ижады үҙәгенең махсус бүләге” номинацияһында - “Юғары һөнәри оҫталығы өсөн” Вәсилә Ғәббәсова (Кинйәбай ауылы) һәм Урманцева Мәнәүәрә (Яманһары ауылы) бүләкләнде. Көйөргәҙе районының ижади командаһы “Башҡорт шәленең реклама ролигы” конкурсында 1-се дәрәжәле лауреат исеменә лайыҡ булды! Республика халыҡ ижады үҙәге, Көйөргәҙе районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриахметоваға “Башҡорт шәле - 2021” ХIV республика конкурс-фестивалендә оҫталарҙы йәлеп итеүҙә, ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Йәмилә РАМАҘАНОВА, “Йәшлек” район мәҙәниәт һарайы режиссеры
Материал тулыһынса гәзиттең үткән һанында баҫылды.