

Танауы тонғанды туҡтатам тип, тоҙло тамсы тамыҙҙы. Тамыҙып торғанда, тамсылар, тупылдып-тупылдап тамып, танауын тултырҙы, тағы ла тишектән тамаҡҡа төштө, тонсоҡторҙо тигәндә , тамаҡ төбө таҙарҙы. Тик теле тәм тапманы, таж таяҡсаһы түгелдер тип, тура тороп теләне. Теләк теләп, тулы тәпәнен тотоп, тышта тапаным торҙо. Тик тороп туңырмын тип, тәпәндәген тәненә түкте, тәгәрмәстәй тайып-тайып тәгәрәне.
Лилиә ҒӘББӘСОВА. Кинйәбай ауылы.