Килде. Үҙе түгел, тормош иптәше Михаил килде. Йәштәр Павловкала донъя көтә, Гөлназ үҙе лә әсәй, бәпәй үҫтерә. Михаил сит ерҙәрҙә эшләй.
- Әсәйем менән йәшәйбеҙ, -тине беҙгә йәш ир. Әсәйем тигәнгә баҫым яһаған кеүек тойолдо, әсә менән бергә булыу, һиңә нисә йәш булһа ла, бәхет, яҙмыш бүләге тигәнгә ишара булды, ахры.
Ата-әсә бәхеттәрен кисереп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә булһын һеҙгә, Егоровтар. Конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡанығыҙ, әсәгә булған мөхәббәтегеҙҙе беҙҙең аша еткереүегеҙ өсөн рәхмәт.