

Батырхан бәйгеләрҙә буй бирмәҫ бейәһен бағанаға бәйләп, бейей-бейей бисәһен дә, балаларын да болонға барырға бәйләнде. Былары ла болонға бик булмыр булып барырға булдылар. Борхановтар бишәүләп болонда былау быҡтырып, болғап-болғап бутҡа бешерҙеләр. Бисәһе бәшмәккә барырға булды, балалары бәләкәй бөжәктәр, баҡа баҫтырҙылар. Бәләкәй Булат бахыр бөжәктәрҙең баштарын, боттарын ботарлап бөттө. Батырхан бригадир быуанан бағыр, бәрҙе, бөгәрсә, бурыш балыҡтарын бассейндай бидонға бикләп, бик батырайҙы:
бирһә бирә булмыштырға.
Батырхан бригадир бажаһы Бүләков Бәхтиәргә Бикяҡшыөммәт биҫтәһенә барырға булды. Бисәһенә, балаларына бойорҙо - бажаларға барабыҙ, бәйләгеҙ бейәне!
Бәхтиәр бажаһы, башын баҫып, битендә борсолоу билдәһе булдырып, бошоноп, бажаһын да, балдыҙын да, балаларын да биш бүлмәле бинаға буйлатты. Батырхан бажаһының борсолоуон белеште. Бөгөн бажаһының башмағы, бәйләнгән бауҙы быраҡтырып, болондағы батҡаҡҡа батҡан да бүреләр быуып, бөтәрләп бөткән биғәләйҙе.
Бөтөрөнгән бажаһына Батырхан бер бидон балығын, балдыҙы бәшмәктәрен, бәләкәй Булат быяла банкаһынан бер баҡа бирҙеләр. Бөтмөр бажа барҙа бажа бөлмәҫ, былай булғас.
Бәхтиәр бысағын, бердянкаһын, Батырхан балтаһын биленә бәйләп, бүреләрҙе барып баҫырға булғайнылар, бисәләре: "Бармағыҙ, бәләкәй Булатҡа бөгөн биш була, байрамды боҙмағыҙ", тигәс, Бәхтиәр бисәһенә буйһонмаһа ла, балдыҙы биҫтәнең баш бухгалтеры булғас, биреләнеп барманы. Болағыйыраҡ Батырхан да бисәһенең безерләп бөткән баллы балы барын белеп, баш биреп буйһондо.
Билмән, балыҡ, буҙа булғас байрамларға булдылар. Бәхтиәр бабайы бәләкәй Булатҡа бер батман Бөрйән балы бирҙе.
Р.S. Башҡорттарҙың башын бутап бөттөм, буғай, бүтән былайтмам, бәлки.
Илдус ТҮЛӘКОВ, Яҡшымбәт ауылы.