Тағын тамашаға таяғына таянып Тәңкәбикә, тыҡрыҡ тирәһендә төйәкләнгән Туҡһанбай, тракторсы Талип, тимерсе Таһир, тура телле Тимербай, туҡһаны тулған Тәслимә тәпәйләне. Тамашаны түләүһеҙ тинеләр. Туҡһан туғыҙы тулған тырыш Тимербикә тамашаны телефонға төшөрҙө. Туғайҙа турғай, тутыйғош, туҡранбаш, тайыштабан, төлкөбикә, тейен, терпе теҙелешеп торҙолар. Тәүҙә Тайыштабан тамашасыларға тәүфиҡ, тәртип, тәрбиә, тырышлыҡ, татыулыҡ, тыныслыҡ тураһында туған телебеҙҙә телмәр тотто. Тамашала турғай тәрилкәһендә таш туҡылдатты, тутыйғош торбала тарбаңланы,туҡранбаш таҡтаны тишкеләне. Терпе тырызындағы төрлө тәмлекәстәрҙе тамашасыларға таратты.Тик тормаҫ Төлкөбикә , татлы телләнеп, тамашасынан тәңкә теләнселәне,тамашасыларҙы төрткөсләне, тиктомалдан тәртипһеҙләнде, теңкәгә тейҙе,туҡтауһыҙ талашып,тиҙерәк тамашаны тамамларға теләне. Тайыштабан "тамашала төп талап-тәртип" тип Төлкөбикәне тыйғас, тегенеһе туғайҙан тиҙерәк тайҙы. Талантлы тейен ,,Талдарым, талдарымды", ,,Тирәк- тирәк, тирәккәйемде", "Таштуғай"ҙы" тыңлатты. Тейендең талғын тауышы тирә-яҡҡа таралды, тамашасы туйғансы,тәпишкәләре туҙғансы тыпырланы.Туй тиерһең... Төшкә тиклем тамамланырға тейеш тамаша төнгө туғыҙҙа ла тынманы.Таң тыуғас, тамаша тамамланды,теләктәр теләп,тамашасылар теләмәйенсә таралыштылар.
P.S.Тамашаға текләргә теләһәгеҙ,Тимербикәне табығыҙ, телефонға төшөргәйне.
Эльвира Зөбәйерова, Күмертау ҡалаһы