конкурстар
14 Декабря 2021, 11:50

Тимербайҙың туғыҙ туғаны

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_64235 Шулай итеп, тамамлап ҡуябыҙ. Тап туған тел көнөндә тамамлау маҡсатҡа ярашлы булыр.  Эльвира Зөбәйерова кисәге хикәйәһе менән ҙур алҡыштарға күмелгәйне https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_64926 . Бына унан тағы ла бер хикәйә. Ҡулдарҙы йәлләмәйбеҙ, сәпәкәй итәбеҙ, Афарин. Ошоноң менән тамаша тамам, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Ҡотлауҙар тураһында саҡ ҡына һуңыраҡ. 

Тимербайҙың туғыҙ туғаныТимербайҙың туғыҙ туғаны
Тимербайҙың туғыҙ туғаны

Тимербай Тимербикәһен төрткөсләп торғоҙҙо.
- Тор, тор, тартынма, тауыҡтарыңа тары тарат, түтәлдәрҙе тырмала, - тине.
Тимербайҙарҙың туҡһан тауыҡтары, туғыҙ тайҙары.
- тайҙарым туғайға тайған, туйғансы тиртләһендәр, туғыҙ тулғас туғайға төшөрмөн , - тип теҙҙе Тимербай.
Тимербикәһе тыныс, тәртипле, тырыш, таңдан тороп талҡан тарта.Тимербай Тәтешлелә тыуған, Тимербикә- тТаймаҫтан. Тимербайҙың туғыҙ туғаны тәтешлелә тора, Тимербай- Таймаҫта. Тимербайҙы Таймаҫта тимерлеге, тимербикәһе тота. Тимербай- тимерсе, Тимербикә- тирмәнсе. Тимербай, Тимербикә тырыштар, тапҡан- таянғанын туғандарына тараталар.Тимербай Тәтешлеләге туғандарына талҡан тарата, туғандарына талҡан- танһыҡ. Туғыҙ туғаны Тимербайҙы ташламайҙар.
Тимербай, Тимербикә тимер туйҙарын туйланылар. Туғыҙ туғаны туйҙарына Тимербикәгә төлкө тиреһенән тун, Тимербайға трактор тапшырҙылар. Тимербайҙың туғандары тырыштар: Тимерйән туғаны- терапевт,Таһиры- телефонист, Тәлғәте- тракторист,Талип- таксист, Туҡһанбай- тегенсе, Тимершәйех- терлексе, Тимур-  табиб, Тәскирә - тәрбиәсе, Тәҡлимә - театрҙа тәнҡитсе. Тимербай туғандарын ташламай. Тимербай, Тимербикә татыу торалар. Тимербикәһе талантлы, табындарҙа , туйҙарҙа тальян тарта.Төнгөһөн Тимербай Тимербикәнең таҡмаҡтар тартҡанын тыңлай. Тимербикә ,,Тала, тала , тала , таланы", ,,Тамырҙарым тәрәндә" тигәндәрҙе тартҡылай төнөн.
Тимербайҙы тыуған тупрағы тартһа, Тимербикәһенең тальян тартҡанын тыңларға тотона.

Эльвира Зөбәйерова, Күмертау ҡалаһы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас