

Һөйләшеп ҡуйғандармы ни, Яҡшымбәттән бер юлы ике кеше ҡатнашты, өсөнсөһө Рәүеф Абдуллин, ул нимә эшләне - ул тәҡдим итте лә инде конкурс үткәрергә тип.
Рәхилә Сынбулатова иң тәүге булып ебәрҙе хикәйәһен, унан китте....
Илдус Түләков та, Искра хужалығы диспетчеры, түҙмәй, илһамланып, хикәйә ижад иткән. Барлыҡ хикәйәләрҙе уҡығандар АҺ итте, халыҡ яҙыусыһы, атҡаҙанған тип китаптарҙан уҡыйбыҙ, үҙебеҙҙә китап яҙырҙай кешеләр йәшәп ята ла баһа. Ана ниндәй таланттар йәшенеп ятҡан Яҡшымбәттә. Бөгөн барыһы ла бергә килде, табын ҡорҙоҡ, бүләктәр тараттыҡ.
Рәхмәт, яҙыусылар, рәхмәт, ижадҡа битараф булмағандар, тик торғандан үҙебеҙгә үҙебеҙ тамаша яһап алдыҡ. Тамашабыҙ тамам, тамаша дауам итә - киләһе йылда ла булыр байрамдар, конкурстар, именлек кенә булһын.