

Эльвира Зөйбәйеровала былар барыһы ла бар икән. Хикәйә менән хикәйә араһында айырма була, Эльвираныҡын уҡығандар һоҡланыуҙарын йәшерә алманы, үҙҙәре яҙғандар, хатта, көнләште. Кемеһелер, түҙмәй, уны эшкә саҡыра башланы (таланттар ерҙә аунап ятмай), Яҙыусылар рәтенә керетергә тип өндәне.
Бөгөн Эльвираға бүләген бирҙек. Әйтере күп әйтелде, төп әйткәне шул: ҡайҙа эшләһәң дә, нимә яҙһаң, яҙмаһаң да, әсә, бала һәм ҡатын бәхетенән айырмаһын. Үҙең яҙған хикәйәләр ныҡ матур, тәҡдиреңә яҙылғаны тағы ла матурыраҡ булһын. Ҡотлайбыҙ!