конкурстар
31 Ғинуар 2022, 10:18

Мөхәббәт өсөн рәхмәт, Рәфис!

#исемеңдеһалдымйырҙарға#юшатыргәзите

Мөхәббәт өсөн рәхмәт, Рәфис!Мөхәббәт өсөн рәхмәт, Рәфис!
Мөхәббәт өсөн рәхмәт, Рәфис!

Иҫеңдәме, август айы...
Күктән йондоҙ һибелде.
Бөтә ғаләм теләгәндер
Ҡушырға икебеҙҙе.

Һынауҙар, әрме юлы ла,
Хистәргә түгел кәртә.
Бер генә йылы ҡарашың
Мине бәхетле итә.

Беҙҙе бәйләгән тойғолар
Һәр ваҡыт дөрләп яныр.
Һин минең сикһеҙ ғорурлыҡ,
Маҡсатлы, ҡыйыу, батыр.

Минең йөрәгем түрендә
Йәшәй һиңә оло хис.
Рәхмәт әйтәм мәңге һүнмәҫ
Мөхәббәт өсөн, Рәфис. 

Азалия Кинйәбаева, Көйөргәҙе ауылы. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас