+20 °С
Дождь


Тормош даръяһында ҡолас ташлап
Йөҙә бәхет, йөҙә һағыштар.
Тик шатлыҡтан ғына сыланһындар
Осрашҡанда беҙҙең ҡараштар.
Яңы ғына беҙ бик йәш инек
Хәҙер көмөш төштө сәстәргә.
Йәш барһа ла, йәшлек китмәй
Күмеләбеҙ шул уҡ хистәргә.
Хәҙер инде сәстәр генә түгел
Бәйләнделәр яҙмыш ептәре.
Һинең менән мин бик бәхетлемен,
Донъям яҡты, һис юҡ төндәре.
Раил Кинйәбаев, Ырымбур ҡалаһы